Һәр кем үҙенең тормошона, үткәненә йомғаҡ яһарға тейеш. Был беҙҙең халыҡта элек-электән, борон-борондан килгән ғәҙәт, йола. Оло быуын кешеләре, ата-бабалар, олатай-өләсәйҙәр бер-береһенә, йәш быуынға тапшыра килгәндәр. Әле бына быйылғы 2019 йылдың үткән, алдағы иҫтәлекле көндәрен иҫемә алып яҙып үтәһем килде. Йәй көндәре үҙенсә эш, баҡса, емеш-еләккә йөрөү, йәш тә алға бара, кәйеф тә самалы, сәләмәтлек кәмей. Инде һалҡын көҙ үҙен белгертә, баҡса эше тамамланды. Байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды. Йыл барышында иҫтәлекле көндәр, байрамдар ҙа байтаҡ ҡына билдәләп үтелде. Кеше күңеленә күп тә кәрәкмәй. Шул турала яҙып, күңелемде тынысландыраһым килә. Һәр кемдең үҙенә ҡағылған иҫтәлекле көндәрҙе, байрамдарҙы тантаналы итеп үткәргеһе килә. Быйыл да шундай көндәр, байрамдар иҫкә алып үтелде. “Ил һаҡсыһы көнө”, 8 март, 9 май көнө билдәләнде. Үҙебеҙҙең мосолман байрамдары – Изге Ураҙа, Ҡрбан байрамдары. Мәсеттә , ауыл клубтарында халыҡты йыйып, ҙур мәжлестәр үткәрҙеләр, ҡорбан иттәре менән һыйланылар. Оло бабайҙарҙы, аҡ инәйҙәрҙе хөрмәтләп тәбрик иттеләр. Был сараны башҡарыусы үҙебеҙҙең “Рамазан” мәсете имамы Азат Хәлиловҡа ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. “Кеше күңеле һарылмай” тиҙәр, ололар бик ҡәнәғәт булдылар. Уҡыу йылы етеп, балалар белем алырға таралыштылар. Йәйге ялдан һуң шатланып мәктәп ишеген астылар. Минең үҙемдең дә иҫкә алырлыҡ иҫтәлекле көн булды 1 сентябрь. 1949 й. 1 сентябрь көндө 1-се класҡа барғанмым. Инде 70 йыл үтеп киткән. Балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе, бүлә-бүләсәремде ҡотлаһам, улар ҙа мине ҡотлап үттеләр. Ете йыллыҡ уҡыуҙы тамамлағанға ла 63 йыл үткән. Бергә уҡыған класташтарымдың күбеһе инде баҡыйлыҡҡа киттеләр, һанаулы бер-нисә генә ҡалдыҡ. Йәндәре йәннәттә, ауыр тупраҡтары еңел булһын, иҫкә алыуы ауыр. “Ололар көнөн” клубта өҫтәл әҙерләп, район мәҙәниәт йорто артистары концерт ҡуйып үткәрҙеләр. Ошондай матур , иҫтәлекле байрамдар йылда үткәрелә. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр көнөн билдәләп үтәләр. Илдәребеҙ тыныс, тормошобоҙ матур булып йәшәү дауам итһен ине. Барыһын да ошо яҙылған һәр кемгә ҡағылышлы матур көндәр, иҫтәлекле байрамдар менән ҡайнар ҡотлайым. Илебеҙгә тыныслыҡ, байлыҡ, һәр кемгә иҫәнлек теләйем! Байлығыбыҙҙы, илебеҙҙе, телебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ! Амин!