Таймаҫ ауылында тыуып, ғүмер буйы Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Фауат Ҡобағошевтың яҡты донъянан китеүенә бер йыл.
Уны тырышлығы, алсаҡлығы, ихтирамлығы, ярҙамсыллығы өсөн барыһы ла яратты, хөрмәт итте. Өфө нефть институтын уңышлы тамамлағандан һуң Фауат Фәтих улы хеҙмәт юлын Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһының авария булдырмау һәм капиталь ремонт участкаһы начальнигы булып башлай. Оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул төрлө Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул нефть һәм газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны.
Фауат Ҡобағошевтың яҡты иҫтәлеге булып бөгөн уның данлы юлын дауам итеүсе туғандары Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһының авария булдырмау һәм капиталь ремонт участкаһында тырышып эшләп йөрөйҙәр. Бер туған мырҙаһы Флүр Ҡобағошев ошо предприятиела эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шулай уҡ мәрхүмдең улы Рәмил Ҡобағошев, Флүр мырҙаһының улы Филүс Ҡобағошев һәм тағы туғандары Рәсил Ҡобағошев ошо тармаҡта үҙҙәрен һынатмай, Фауат Фәтих улының эшен дауам итәләр.
- Фауат Фәтих улы хәҙер арабыҙҙа бер йылдан артыҡ булмаһа ла уның кәңәштәре, өйрәтеүҙәре ҡолаҡта һаман ауаз булып сыңлай. Беҙ уның яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәй тырышып эшләйәсәкбеҙ, - тиҙәр уның туған-тыумасалары, нәҫел ебен дауам итеүселәре.
Фауат Ҡобағошевтың урыны ожмахта булһын. Уның туғандары, яҡындары мәрхүмде яҡты хәтирәләр менән, ғорурланып иҫкә алалар. Улар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған Фауат Фәтих улы туғандарының йөрәктәрендә мәңгегә һаҡланыр.