Все новости
Хәтер
29 Ноября 2019, 11:25

Бер кем дә, бер ҡасан да оноторға тейеш түгел!

Алла бирһә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ошо уңайҙан Яҡуп ауылындағы һәйкәлде алыштырыр кәрәк, сөнки ундағы исемлектә һуғышта ҡатнашып һәләк булған яҡташтарыбыҙ юҡ. Иң күбе Урта Моталдан киткәндәр. Сөнки улар бөткән ауыл Васильевка ауылындағы сельсоветтан булғандар. Уйлап ҡараһаҡ, бер райондан, бер военкоматтан киткәндәр бит. Хәҙерҙән үк исемлекте барлар кәрәк. Яу яланында ятып ҡалғанмы, йәки ҡайтып донъя ҡуйғанмы, Урта Моталдан сығып, башҡа ергә күскәндәрме? Унда танылған фамилиялар бар: Исҡужиндар, Ташбулатовтар, Туйгилдиндар, Радиковтар һәм башҡалар. Түбәнге Моталдан Кинйәкәйевтар, Туйгилдиндар, Юлтаевтар һәм башҡа Фамилиялар.
Хитровка ауылынан Корякиндар, Разводовтар, Терехов, Пышкин, Осипов, Ворфоломеев, Рыбаков, Лашадуров һәм башҡа фамилиялы кешеләр йәшәгәне билдәле. Үрҙә яҙылған фамилиялар һәм башҡа фамилиялы кешеләр тураһында мәғлүмәт кәрәк. Был бик тә мөһим, сөнки яңы һәйкәлгә бөтә булған һуғышта ҡатнашып ятып ҡалған, йәки иҫән ҡалған кешеләрҙең исемлеге кәрәк. Ярҙам йөҙөнән бәлки аҡса ла йыйырбыҙ. Был минең шәхси теләгем. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына буласаҡ һәйкәл эргәһенә исемләп 75 төп ағас ултыртайыҡ. Был эш хөрмәт йөҙөнән башҡарылырға тейеш. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, һуғышта ятып ҡалған туғандарығыҙ, таныштарығыҙ йә иҫән ҡайтып донъя ҡуйғанмы, уларҙың исем-фамилияһын һәм атаһының исемен хатаһыҙ яҙырға кәрәк. Яңғылыш бер генә хәреф дөрөҫ яҙылмаһын – аҙаҡ уны төҙәтеүе ҡыйын буласаҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына өлгөрәйек тиһәк, һәйкәлде эшләүҙе хәҙерҙән үк башлар өсөн мәғлүмәт туплар кәрәк. Сөнки ваҡыт көтмәй. Белгән мәғлүмәтте миңә ебәрә алаһығыҙ. Бәйләнеш өсөн 67-5-51 номеры аша шылтыратығыҙ.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: