Все новости
Хәтер
6 Декабря 2019, 13:35

АЛҒА БАРАБЫҘ

Минең атайым Насретдин Сәйетмәғрүф улы Хәлилов, Туғай Кинйәһендә 1922 йылдың 18 авгусында тыуған. Һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙын 1941 йылдың 2 авгусында ала һәм шул уҡ көндә китә.

Алғы һыҙыҡҡа 29 ноябрҙә барып эләгә. 1944 йылда ҡаты яраларҙан һуң тыуған яҡтарына ҡайтарыла. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы атайымдың көндәлектәренән өҙөктәр тәҡдим итәм.
Азат ХӘЛИЛОВ
29 ноябрь, 1941 йыл
Таң яҡтыра башлау менән һөжүмгә киттек. Дошман беҙҙе миномет, пулемет, автоматтарҙан атып ҡаршыланы. Һуғышҡа тәү кергәнгә бик ҡаушаныҡ. Тирә-яҡта ҡысҡырыш, ярҙам һораған тауыштар ишетелә. Үлгән кешеләр кәүҙәләре аунашып ята, батальон буталды. Кире үҙ позициябыҙға ҡайттыҡ. Төнө буйы батальонды йыйып, тәртипкә һалдылар. Беҙҙең ротанан 11 кеше, шул иҫәптән замкомвзвод үлеп ҡалған.
30 ноябрь
Оборонала ятабыҙ. Политруктар килеп сығыш яһап китәләр. Беҙгә йәшәүҙән өмөт өҙөргә, өйҙәге ғаиләләрҙе оноторға ҡушалар. Сөнки артта – Мәскәү! Һуңғы тамсы ҡаныбыҙ ҡалғансы һуғышырға тейешбеҙ. 6 декабргәсә әллә ни үҙгәрештәр булманы.
6 декабрь
Таң беленеүгә дошманға шул хәтле ҡаты ут асылды. Беҙ алға киттек. Ҡар ҡалын, йырып сыҡҡыһыҙ. Иптәштәр берәм-берәм йығыла. Ҡояш байыр алдынан бер ауылды алдыҡ. Ауыл яна. Кешеләрен ҡыуғандар.Һыуланған кейемдәрҙе янған йорттар ҡыҙыуында киптерҙек.
7 декабрь
Алға барабыҙ, дошманға нығынырға ирек бирмәҫкә тырышабыҙ.Ике яҡлап та юғалтыуҙар күп. Бер урында беҙҙең өс разведчик язалап үлтерелгән. Ҡолаҡтарын, танауҙарын, бармаҡтарын ҡырҡҡандар.
10 декабрь
Алға барабыҙ. Бына урман. Дошман ағастарҙы киҫеп, юлға ауҙарған. Ҡояш байыны, ҡараңғы төштө, аҙыраҡ томан йәйелде. Комрота Белов юлда яңылышты, ҡайһы йүнәлешкә киткәнебеҙ билдәһеҙ. Бына бер ваҡыт уңда ла, һулда ла, артта ла танктар геүләй башланы. Тотош рота йәйелеп ятты. Ҡайҙа китергә белмәй аптырайбыҙ. Артта, һул флангыла аҙ ғына урман ишараһы бар, шунда шыуыштыҡ. Урман буйлап бер аҙ барғас, мотор тауыштары тынды. Беҙ артҡа сыҡтыҡ, тип уйланыҡ. Рота командиры: “Ошо тирәлә бер ауыл булырға тейеш, беҙҙең задание шуны алыу”, - тине. Саҡырым ярым барғас, өс урында ут күренде. Бына шул ауыл булырға тейеш тиһәк, ул дошман позицияһы булып сыҡты. Немецса һөйләшкән тауыштар ишетелә. “Яндырырға”, тигән команда бирелде. Баҫып алдыҡ. Көн сатнама һыуыҡ. Кейемдәр еүеш, ҡыптырлап туңдылар, бер аҙҙан 27 танк беҙҙең алға килеп сыҡты, ҡаршы торорға көс юҡ. Өс танк беҙҙе үтеп китте. Рота командиры ошо өс танк артынан барырға ҡушты.(Улар, күрәһең, разведка булғандыр). Урман ситендә туҡталдылар. Команда: нисек булһа ла яндырырға! Туғыҙ кеше шешәләрҙе тотоп, ҡарҙы йыра-йыра уларға йүнәлдек. Бик яҡын бара алдыҡ. Шешәләрҙе танктарға ырғытыуыбыҙ булды, ялҡынлап яна ла башланылар. Дошман ҡаушап ҡалды, экипаж танкыларҙан сығып ҡаса башланылар.Әммә уларға йыраҡ китергә насип булманы, рота ҡамап алды. Тегеләрҙе әсир төшөрҙөк. Беҙҙең яҡтан юғалтыуҙар юҡ.
11 декабрь
Ротаны урман ситләп тарттылар. (Беҙ ала торған ауыл ошо урман ситендә генә икән, төндә күрмәй үтеп киткәнбеҙ, сөнки, ауыл вис янған) Дошман алыҫҡа ата торғандан (дальнебойный) ут асты. Артта снарядтар туҡтауһыҙ ярыла. Төнөн беҙ ҡасып ҡалған урмансыҡтан аталар. Нисек уларға тап булмағанбыҙҙыр? Ә бәлки, беҙҙән һуң килгәндәрҙер. Бер аҙҙан атыуҙы туҡтаттылар. Һауаға дошман самолеттары күтәрелде. Беҙҙең тапҡырҙа әйләнә башланылар.Өҫкә оҙон-оҙон әллә нимәләр ырғыталар. Улары ямаҡ тауыштар сығарып килеп төшә. Бөтәбеҙ ҙә ҡурҡыуға төштөк. Ә улар оҙон рельстар булғандар икән. Беҙҙе паникаға бирелһен тип ырғытҡандар. Бер аҙҙан тағы бер самолет килеп, парашют менән тоҡ ырғытып китте. Ул беҙҙән алыҫ түгел бер аҡланға килеп төштө. Тышына “Рус, Ваш бригадир” тип яҙылған. Ә эсендә бер йәверәй ҡарты ине.
Өсөнсө тәүлек ашаған юҡ. Кухня артта ҡалған. Әлегә билдәһеҙ тинеләр. Хәл ҡалманы. Иптәштәр янған ауылға барып баҙҙа ҡалған картуфтар алып килде. Мин дә киттем. Соҡоп противогаз сумкаһына тултырҙым да, сығып иптәштәрҙең килгәнен көтәм. Дошман күҙәтеп торған күрәһең. Артиллерия ут асты. Ике иптәшем, өҫтәренә генә снаряд килеп төшөп, күҙ алдымда һәләк булдылар. Ротаға ҡайтып взводтағы иптәштәргә таратып бирҙем. Сей көйө ашаныҡ. Бик тәмле булды.
12 декабрь
Иртән кухня килде. Ҡыуаныс! Араҡы 300 грамм, икмәк, өс кешегә сухой паек бирҙеләр.Тағы ла шырпы, тәмәке. Күңелдәр күтәрелеп китте. Батальон командиры килде лә ни өсөндөр рота командирҙарын әрләп, тотош батальонды теҙеп, дошманға ҡаршы юл буйлап алып китте. Немецтар сразу ут асты, байтаҡ иптәштәр ҡырылды. Комиссарҙы үҙебеҙҙекеләр бәреп осорҙо һәм артҡа сигендек.Төнөн беҙгә ярҙамға 13 танк килде.
13 декабрь
Ротаны теҙеп ҡайҙалыр алып киттеләр. Беҙ барып етеүгә байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Хәрби трибунал икән. Бер һалдат артта ҡасып йөрөгән, уны үлем язаһына хөкөм иттеләр. Нисек кенә инәлмәһен, ярлыҡаманылар. Их, һин илде һатыусы, тип кире урындарыбыҙға киттек.
19 декабрь
Алға барабыҙ. Юл тулы дошмандың ташлап киткән машиналары, башҡа нәмәләре. Ауылға килеп еттек. Ул тау башында. Юл тауға соҡоп менгән. Юл ситендә землянкалар ҡаҙылған. Бер землянкала язалап үлтерелгән совет һалдаттарына юлыҡтыҡ. Уларҙың ҡулдары ҡырҡылған, күкрәктәренә “большевик” тип телеп яҙғандар, күҙҙәре соҡоп сығарылған. Аҙаҡтандыр, түбәһенә атып үлтергәндәр. Ҡыҙғаныс. Барған һайын асыу ҡабара. Ул меҫкендәр әллә кемдәрҙең ғәзиз балаларылыр.
20 декабрь
Алға барабыҙ. Дошман сигенеү өҫтөндә.
Читайте нас: