Мин үҙемдең ағайым (әсәйемдең энеһе) тураһында яҙмаҡсы булам.
Сабир Мөьмин улы Кинйәкәев 1919 йылдың 16 декабрендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Ул кесе йәштән үк бик зирәк була, хатта, мәктәпкә йөрөй башлағансы уҡырға-яҙырға өйрәнә.
Үҙенең ауылында башланғыс белемде алғандан һуң ағайым күрше Яҡуп ауылындағы крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый башлай. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1936-1938 йылдарҙа Өфөлә медицина рабфагында, унан педагогия институтында уҡый, (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты).
Ғаилә бик мохтажлыҡ менән йәшәгәнгә күрә, ул уҡыуын ҡалдырып, Көйөргәҙенең Ермолаево район үҙәгенә, район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булып эшкә урынлаша. Шул йылдарҙа ижад менән шөғөлләнә, яңынан-яңы шиғырҙар, поэмалар ижад итә.
Бөйөк Ватан һуғышы сығыу менән үҙе теләп һуғышҡа китә.
Башҡортостан яҙыусылар союзы бүлмәләренең береһендә ҙур иҫтәлек таҡтаһы эленеп тора. Һуғыш фронтында фашистарға ҡаршы батырҙарса көрәшеп һәләк булған ун өс башҡорт яҙыусыһының исеме алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған унда. Шулар араһында минең ағайым Сабир Кинйәкәев та бар.
Эйе, үткән дәһшәтле һуғыш бер кемде лә аяманы. Ҡәләмдәре менән бер рәттән ҡулдарына ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы яуға киткәндәр.
Ағайым үҙенең тәүге ҡулъяҙмалары тупланған дәфтәрен яҙыусылар союзында тикшертеп тә, һуғыш башланыу арҡаһында йыйынтығын сығарып өлгөрмәй ҡала.
Ағайым Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ижадын тағы ла үҫтерә. Һәр ваҡыт фронттың алғы һыҙығында булыуына ҡарамаҫтан, фронтта сығарылған “Совет һуғышсыһы” газетаһына, Өфөләге “Ҡыҙыл Башҡортостан”ға, Көйөргәҙе районының “Ленин байрағы” гәзитенә үҙенең шиғырҙарын ебәреп торған.
Совет кешеләренә дошманға нәфрәттең тәрәнлеген, һуғышсыға халыҡтың һәм Ватандың йөкләмәләрен күрһәтеп, былай тип яҙған:
“Һәр бер пуля бөгөн йөрәктәрҙең
Һәр пуляны Ватан изге өмөт,
Ышаныс менән бирә улына”.
Уның “Берәй килер инең үҙең дә” һ. б. шиғырҙары һуғышсыһының самими хистәрен бик асыҡ һүрәтләйҙәр, фронт һәм тыл берҙәмлеге тураһында йырлайҙар.
Ағайым фронтта политрук булып 1944 йылдың 18 декабренә тиклем батырҙарса һуғыша. Тик фашист пуляһынан үлемесле яралана.
Балкан ярымутрауында Венгрияның Капошвар ҡалаһынан 22 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Чикота утары янында үлә һәм ерләнә.
Баҡсалағы гөлдәр тирбәлешеп,
Ҡаршы алған кеүек таң нурын,
Һәр хатыңды оло һағыныу менән
Көтөп ҡаршы алам аҡыллым.
Беҙҙең данлы, ауыр фронт юлы
Балҡан түбәләренә ауыша...
Һинең хатың йә ял, йә походта,
Хаттарыңда ҡараштарыңды ла,
Йылмайыуыңды ла һалаһың...
Ә үҙең унда, бик-бик алыҫта,
Күңелем күген биләп ҡалаһың.
Ҡарлуғастың ҡыйғас ҡанатындай,
Кескәй конвертыңдың эсендә
Гөлдәр кеүек аңҡып, айҙай балҡып,
Берәй килер инең үҙең дә.
Төҫө итеп бергә йөрөүҙең.
Йөрәгемдә сөнки һин үҙең.
Һин йәшәрһең йәнем кеүек,
Ҡыҫҡан ҡулың, үпкән битең дә.