Все новости
Хәтер
10 Января 2020, 11:55

«Мәскәү матур ҡала икән»

Яугир Насретдин Хәлилов көндәлегенең дауамы. Башы 2019 йылдың 6 декабрендә баҫылды.

Яугир Насретдин Хәлилов көндәлегенең дауамы. Башы 2019 йылдың 6 декабрендә баҫылды.
20 декабрь
Алға барабыҙ. Дошман сигенеү өҫтөндә. Бына бер янған ауыл, эргәһендә урман. Урман ситендә дарҙа ете партизан аҫылған, нимәләр генә эшләгәндәрҙер ул бахырҙар? Бер матур ғына 15-16 йәштәрҙәге ҡыҙ баланы мыҫҡыллағандар. Бар тәнен телгесләгәндәр. Ҡыҙған тимер менән “партизанка” тип арҡаһына билдә баҫҡандар.
21 декабрь
Волокаламский ҡалаһына йыраҡ ҡалманыҡ. Днепр янындағы бер ауылға килеп еттек. Волокаламскийға 6-7 км ҡалғандыр. Төндә дошмандың ҡайҙа икәнен абайламай дошман тылына барып сыҡҡанбыҙ. Килгән юлдан яңынан артҡа киттек. Ауылды утҡа тоталар. Аш бешереүселәр ҡурҡып, бешкән аштарын да таратмай ҡасып киттеләр. Төндө бер ватыҡ өйҙә уҙғарҙыҡ.

22-23 декабрь
Өс көн буйы ҡыуып етә алмаған старшиналар продукттары менән килеп еттеләр. 500 грамм араҡы, буханка ярым икмәк һәм башҡа аҙыҡтар бирҙеләр. Араҡы эсеп ҡыҙышып алдыҡ. Батальонды уң флангынан Днепр ярына төшөрҙөләр, Днепргә бер бәләкәй йылға килеп ҡушылған тамаҡта торабыҙ. Баш осонан пулялар һыҙғырып үтә. Днепр боролмаһында дошман пулеметын урынлаштырған.Арҡыры сығырға мөмкинселек юҡ. Туҡтауһыҙ ут һиптерә.
Днепрҙы аша сығыу өсөн уҡталғанда ротабыҙҙан байтаҡ кешене юғалттыҡ. Аптырағас, дошман атҡан яҡҡа ҡаратып ике станоклы пулемет ҡуйҙыҡ. Шулай файҙаланып, беҙҙең ротанан башҡаларҙы Днепр йылғаһы аша сығара алдылар. Беҙҙең рота уларҙы һаҡлап тороу өсөн йылға тамағында урынлашты. Теге яҡҡа сыҡҡан батальоныбыҙ өс танкыға эйәреп наступлениеға китеүҙәре булды, фашистарҙың ике ҡатлы ҡанатлы Италия самолеттары бомбаға тота башланы. Бик күп һуғышсылар ҡырылды, ике танкыбыҙ ҡыйратылды. Ҡалғандар әйләнеп ҡайттылар.Кискә тағын теге ауылға ҡайттыҡ. Батальонды йыйҙылар. Барлығы утыҙ өс кеше иҫән ҡалған.
24 декабрь
Төнөн ауылда дозорҙа тороп, таңға табан ауыл аҫтына төшөп, Днепр йылғаһын шыуышып сығып, ағастар араһына үттек. Көн шунда уҙҙы.Төнөн ауылға ҡайттыҡ.
25 декабрь
Төш күреп уяндым. Имеш Ғәмбәр апайым миңө аҡ һағыҙға ҡара һағыҙ ҡатнашҡан. Һағыҙҙы миңә бирҙе лә, үҙҙәренә кереп китте. Йоҡонан уяныу менән күңелгә әллә нисек булып китте. Бөгөн ниҙер булыр кеүек тойолдо.
Төн уртаһында Днепр йылғаһына төштөк. Йылға өҫтө шәре менән ҡапланған. Тын тауыш юҡ. Бына комиссар килде, рота командирына фармандар биреп китте. Тиҙ арала беҙҙең ротанан ун һигеҙ кешене разведкаға ебәрергә ҡушты. Рота командиры бер ҡаршылыҡһыҙ риза булды. Ун һигеҙ кеше киттек. Алда өйкөм-өйкөм таллыҡтар. Шул ваҡыт беҙгә аҫ яҡтан ата башланылар. Кире сигенергә булдыҡ. Кире әйләнеп ҡайттыҡ. Таң беленде. Эңер ҡалҡты, беҙҙе, тағы ла ун һигеҙ кешегә тултырып разведкаға барырға ҡушылды. Был юлы шулай уҡ взвод командиры лейтенант һәм политрук беҙҙең менән барҙы. Тын тауыш юҡ. Төнөн барып еткән таллыҡтарға еттек. Шул саҡ тағы ла ата башланылар.Ҡайҙа барырға, уңарса булмай, ун биш кешебеҙҙе ҡырып һалдылар.Лейтенант, политрук тал ҡыуағына боҫтолар. Мин дә улар янына боҫтом. Сатлама һыуыҡ. Ҡояш сығып килә. Алыҫтараҡ тағы бер ҡыуаҡлыҡ. Шул ҡыуаҡлыҡтан өс кеше артҡа йүгерә башланы. Беҙ торҙоҡ та, уларға ата башланыҡ. Улар беҙҙең ултырған урынды һиҙҙеләр һәм ата башланылар.Бер пуля политркутың тубығына килеп тейҙе. Лейтенант миңә артҡа, үҙебеҙҙекеләргә табан алып китергә ҡушты ла, үҙе беҙҙе атыуҙарҙан һаҡлау өсөн шул урында ҡалды. Политркуты портупеяһынан эләктереп, һөйрәп алып киттем. Ҡар ҡалын, артҡа сигәм дә, политрукты һөйрәйем. Арыным. Йыуынды һыу аҡҡан соҡорҙа әҙ генә ял итәйем тип туҡтаным. Башты күтәреп ҡараһам, ҡаршыла ике нимес, ҡулдарында автомат. Боҫоп, лейтенант ятҡан ҡыуаҡ яғына китеп баралар. (Был ваҡытта лейтенант атыуҙан туҡтаған ине). Мин: -Иптәш политрук, ике, нимес,- тинем. Ул атырға рөхсәт бирҙе. Мин ата башланым. Береһе йығылды, икенсеһе кирегә йүгерҙе. Беҙҙән алыҫ булмаған блиндажына инеп китте. Минең иҫемә винтовкала патрондар бөткәне төштө. Ҡорайым ғына тиһәм, теге нимес блиндаждан миңә ата башланы. Минең һул яуырыныма тейҙе, арҡанан сығып китте. Йөҙтүбән әйләнеп төштөм. Политруктың тауышы сыҡмай ине инде. Күрәһең йән еренә эләккән, ул үлгән ине инде. Хәҙер ни эшләргә!? Сәғәт иртәнге ундар тирәһе. Шул ҡәҙәре һыуыҡ. Минут һайын үлем көтәм, һаман үлмәйем дә үлмәйем.Тын алһам, арҡанан тын сыға, кире сығарһам, тын керә. Шыуышып булһа ла китәйем тип уйланым. Яйлап ҡына ҡуҙғала башланым. Күрәһең теге нимес күҙәтеп торған. Тағы ла ата башланы. Был юлы һул ботома тейҙе. Инде хәҙер ни эшләргә, арттан ярҙам килерлек мөмкинселек юҡ. Туҡтауһыҙ ҡан аға. Етмәһә, салбарға яндырғыслы пуля эләккән. Салбар төтәй. Ятҡан килеш көскә һүндерҙем. Үҙем төрлө уйҙарға бирелеп ятам. Ошонда үлеп ҡалыуҙан башҡа сара юҡлығын беләм.Ярай ҙа кискә тиклем иҫән ҡалһам. Күңелгә әллә ниндәй уйҙар килә. “Әлеге ваҡытта әнәйем һыйыр һауалыр, мырҙаларым мал ҡарайҙарҙыр, авызыйым МТС-ында тракторы менәндер... Әгәр мин ошонда үлһәм, кәүҙәмде ҡар ҡаплап китһә. Яҙғы ташҡын кәүҙәмде әллә ҡайҙарға алып китһә, шунда ҡайҙалыр бер тирәлә ятып серер...” Шул ваҡыт ҡар шығырлаған тауыш ишетелде. Ҡараһам – нимес соҡор буйлап килә. Мин күкрәкте бөрөп тоттом да яттым. Көтөп ятам, үҙем үлемем ошонда икән тип уйлайым. Теге килеп етте, политрукты “рус-рус” тип төрткөләне лә, ялан сумкаһын алды. Минең янға килде. “Рус-рус” тип төрткөләне лә, аяҡтағы быймама йәбеште. Быймаларымды систереп алды, яйлап ултырып кейҙе. Кинжалымды ла алды. Аҙыраҡ барғас, “рус” тип, кинжалымды кире ырғытып китте. Миңә ни эшләргә, барыбер үлергә, башҡа сара юҡ. Дошманды үлтерергә, быймаларҙы кире алырға булдым. Шулай уҡ политруктың ялан сумкаһын да алды бит. Унда әллә ниндәй серле документтар барҙыр. Ошо миңә ниндәйҙер ҡөҙрәт өҫтәне. Йөгөнөкләнем, винтовкама ынтылдым. Һул ҡулым бөтөнләй йөрөмәй. Политруктың ҡуйынындағы наганы иҫемә төштө.Тартып сығарҙым.Теге нимес күп булһа егерме метрлап киткәндер. 1-2-3 тапҡыр аттым.Теге йығылды. Наганды ташланым да, теге кире ырғытып киткән, янымда ятҡан кинжалды алдым. Тиҙерәк политркутың сумкаһын, быймамды кире алайым тип, бар көсөмдө йыйып йүгерҙем. Соҡор эсендә ята икән дошман. Тирә – яҡтан күренмәй. Килеп еттем. Үлмәгән икән теге. Йән асыуым менән ҡыҙыулығым менән тегегә килтереп кинжалым менән сәнстем. Теге үлде. Бик күп маташа торғас, быйманы систерҙем, кейеп алдым. Ҡуйынынан политруктың сумкаһын алдым. Кинжал менән ҡуша сәнскәнмен икән. Шулай ҙа улай уҡ зарар теймәгән. Ҡан туҡтауһыҙ аға. Әлегә хәлем барҙа, Днепрғаса булһа ла йүгерәйем тип уйлап, соҡорҙан күтәрелдем. Тағы ла ата башланылар. Инде шул уҡ һул ҡулымдың беләҙегенә эләкте. Шул мәлдә йүгергән ыңғайҙа Днепрҙың ярынан ҡолап та төштөм. Уңарса булмай, боҙ буйлап беҙҙең һалдаттар килеп етте. Мине күтәреп санчастҡа алып барҙылар, яраларҙы бәйләнеләр. Хәлем насарланғандан насарлана, хәрби табип минең хәлде күреп тиҙерәк санбатҡа ебәреү сараһын күрҙе. Мине подвозкаға һалғандары иҫемдә, башҡаһын хәтерләмәйем.
26 декабрь
Иҫемә килдем. Носилкала бәләкәй генә бер бүлмәлә ятам, янымда гел үлгән һалдаттар... Бик ауыр ыңғыраша башланым. Залдан үтеп барған бер шәфҡәт туташы йүгереп үтеп китте. Бер аҙҙан уның: - Кемдер унда ыңғыраша, яралы, тиҙерәк алып керергә кәрәк, -тине. Йүгереп килделәр, мине носилка менән яралар бәйләй торған бүлмәгә алып керҙеләр. Бөтә яраларҙы таҙартып бәйләнеләр. Палатаға урынлаштырҙылар.
27 декабрь
Палатала ятам. Сәләмәт саҡтар иҫкә төшә. Һис ҡыбырлап булмай, яралар һыҙлай. Йүнле ашап та булмай.
28 декабрь
Машинаға тейәп ялан госпиталенә алып киттеләр. Юлда һелкенеп барыуҙары бик ҡыйын булды. Тын да алып булмай. Михайловка тигән бер ауыл янындағы ялан госпиталенә һалдылар.
29 декабрь
Станцияға алып барып, вагондарға тейәй башланылар. Мәскәүгә алып киттеләр.
30 декабрь
Мәскәүгә килеп еттек. Санитар машиналарына тейәп алып киттеләр Күрә алғанымса ҡарап барҙым. Мәскәү бик матур ҡала икән.
31 декабрь
Яраларҙы бәйләргә алып барҙылар. Быға тиклем белмәгәндәр, минең ҡулым яуырын башынан һынған булған. Ҡулды күтәреп, гипс һалдылар.
5 ғинуар.1942 йыл
Яралыларҙы подвалға төшөрҙөләр. Фашистар Мәскәүҙе бомбаға тота икән.
6 ғинуар
Яралыларҙы станцияға төшөрҙөләр. Артҡа, тыныс яҡҡа оҙаталар икән.
7 ғинуар
Иртәнге сәғәт ундарҙа юлбашсыбыҙ һәм атабыҙ бөйөк Сталин яралылар янына килде. Иҫәнлек – һаулыҡ һорашты. Беҙҙе тиҙерәк шәбәйеп, дошманды ҡолатышырға тағын килегеҙ тип, байтаҡ һөйләшеп, дошманды еңергә әйҙәп китте.
- Һүрәттәрҙе атайыбыҙ үҙе төшөргән. Шуларҙы бирергә булдым.
Материалдарҙы улы
Азат Хәлилов әҙерләне
Читайте нас: