Все новости
Хәтер
14 Января 2020, 12:10

«Барыһы ла ҡалыр.., тик ҡалмаһын ғәфү ителмәгән гонаһтар»

Күп йылдар Күмертау яҙыусылар ойошмаһын етәкләп килгән башҡорт шиғриәтенең лирик шағиры Абдуллин Кинйәғәле Әбүбәкер улы арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Күп йылдар Күмертау яҙыусылар ойошмаһын етәкләп килгән башҡорт шиғриәтенең лирик шағиры Абдуллин Кинйәғәле Әбүбәкер улы арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Кинйәғәле Әбүбәкер улы Абдуллин Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында 1941 йылдың 16 сентябрендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала, Яҡшымбәт урта мәктәбендә уҡый. Хеҙмәт юлын, Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, тыуған ауылында йәшелсәселек бригадаһы бригадиры вазифаһында башлай. 1965–1973 йылдарҙа “Мораптал” тоҡомсолоҡ совхозының “Һалҡын шишмә” бүлексәһендә – бүлексә агрономы, “Тимербай”бүлексәһендә – бүлексә агрономы, “Тимербай бүлексәһендә – идарасы, совхоздың орлоҡсолоҡ буйынса агрономы вазифаларын башҡара. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалағы институтын тамамлай. 1973 йылда Күмертау (хәҙерге Көйөргәҙе) районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы итеп үрләтелә. 1981 йылдан алып райондың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре профсоюздары комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.
1988 йылда ҡала һәм райондың берләштерелгән “Ильич юлы” гәзите редакцияһының баш мөхәррир урынбаҫары итеп эшкә саҡырыла. Һуңыраҡ “Көйөргәҙе” гәзите редакцияһында эшләй. 2001 йылда, хаҡлы ялға сыҡҡас, 2017 йылға тиклем Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы етәсеһе вазифаһын башҡара.
Кинйәғәле Абдуллин мәктәп йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙыу менән мауыға. Тәүге тапҡыр баҫма рәүешендә уның шиғырҙары 1989 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә нәшер ителгән “Йәш көстәр” альманахына индерелә. 1997 йылда “Китап” нәшриәтендә “Көҙгө ташҡын” исемле йыйынтыҡ эсендә “Күңел шишмәһе” тип исемләнгән тәүге китабы баҫылып сыға. 2002 йылда – “Ғүмер балҡыштары”, 2005 – “Көҙгө биҙәктәр”, 2009 – “Көҙгө ямғыр”, 2011 – “Усаҡ яҡтым”, 2013 – “Йәшлек дауам итә”, 2016 – “Пламя костра” исемле китаптары баҫылып сыға. Бынан тыш уның шиғырҙары “Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам!, “Минең Стәрлем”, “Еремә – йырым”, “Берҙәмлек”, “Дуҫлыҡта – көс” исемле төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан йыйынтыҡтарға индерелә. 2009 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Көҙгө ямғыр” китабы өсөн Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “За доблестный труд” миҙалы менән наградлана. Тыуған еренә бирелгәнлеге өсөн Кинйәғәле Абдуллин Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины исеменә лайыҡ була. 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора. Яҙыусылар союзының, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Кеше булараҡ та Кинйәғәле ағай ябайлығы, ихласлығы, эскерһеҙ күңеле менән аралалашҡанда үҙенә ихтирам уята ине. Туғандары, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һәр кемебеҙҙең күңелендә Кинйәғәли Абдуллин мөхәббәткә, тыуған еренә дан йырлаған лирик шағир булараҡ һаҡланыр. Шағирҙың ғүмере шиғырҙарында, йырҙарында дауам итәсәк.
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы
Бойорҙом яҙмышыма
Ғорур үттем юлдарымды,
Йәшәүемдән биҙмәнем.
Йәшлек - ғүмерем сатҡыһы
Үткәнен һис һиҙмәнем.
Тормош йөгөм билен бөгөп,
Булғанда ла һыҙланғаным,
Һыр бирмәнем сит - яттарға,
Булманы һис зарланғаным.
Ҡайғы килһә ултырманым
Сырайым һытып, һыҙланып.
Дуҫтар, хеҙмәттәштәр менән
Эштә булдым, ең һыҙғанып.
Булманым мин бармаҡ төртөп
Өйрәтеп кенә тороусы,
Булһалар ҙа әйтеүселәр:
" Һин етәксе, бойороусы".
Ә шулай ҙа ниңә яҙа
Һөйләп торам мин дуҫыма?
Булдым, бойороусы булдым,
Бойорҙом тик яҙмышыма.
БАРЫҺЫ ЛА ҠАЛЫР...
Ғүмер юлдарымды уҙған саҡта
Бер әйләнеп артҡа күҙ һалам.
Үҙ-үҙемә һорау ҡуям: “Минең
Йәшәүемдән ниндәй эҙ ҡала?”
Яҙғы юлдарымды һыуҙар йыуҙы,
Йәйгеләрен үлән ҡапланы.
Һары япраҡ күмде көҙ һуҡмағын,
Ҡышҡы эҙҙе – аҡ ҡар япмаһы.
Юғалырбыҙ шулай эҙһеҙ генә –
Беҙ бит Ерҙә бары ҡунаҡтар.
Барыһы ла ҡалыр.., тик ҡалмаһын
Ғәфү ителмәгән гонаһтар.
Ҡаршы буран
Тубыҡтан ҡар йырып, сәсәй - сәсәй,
Ел - буранға ҡаршы киләмен.
Аҙ булманы юл ғазабы күреү,
Яҙмыш минең шундай, күрәһең.
Ҡоторонған ел дә, үсләнгәндәй,
Ҡар ҡомдарын һибә күҙемә.
Бар көсөмә алға ынтылам да
Әрнеп өндәшәмен үҙемә;
-Зарланаһы булма, кем ғәйепле
Һин бер тынғыһыҙ йән булғанға?
Ваҡыттан бит артта ҡалмайым тип,
Үҙең сыҡтың ҡаршы буранға.
Читайте нас: