Все новости
Хәтер
15 Февраля 2020, 08:10

15 февраль – яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

Хөрмәтле хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яугир-интернационалистар!

Хөрмәтле хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яугир-интернационалистар!
Һеҙҙе Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарыуға 31 йыл тулыу менән ихлас ҡотлайым!
Афған һуғышы – ил тарихында, меңләгән әсә һәм һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Беҙ ошо әсе хәтирәләр менән йөрөүсе ил батырҙарын хөрмәтләргә, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Был һуғыш беҙҙең хәтерҙән, улдарын юғалтҡан ата-әсәләрҙең, ошо яуҙың үтә михнәтен һәм ғазабын кисергән ябай һалдаттарҙың күңеленән бер ҡасан да юйылмаясаҡ. Күпме генә ваҡыт үтмәһен, батыр яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк.
Улар йәш быуынға өлгө булып торалар, Тыуған илгә һөйөү һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләйҙәр.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район
Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: