Хөрмәтле яугир - интернационалистар, ветерандар!
1989 йылдың 15 февраль көнө илебеҙ тарихында мәңгелеккә уйылып ҡалды. Ул көндө Совет ғәскәрҙәре тулыһынса Афғанстандан сығарылды. Унда беҙҙең меңәрләгән һалдаттарыбыҙ ныҡлыҡҡа һынау үтте. Беҙ һәр ваҡыт Афғанстанда һәләк булғандарҙы хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ, уларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Был көндө Тыуған ил алдында үҙҙәренең гражданлыҡ һәм хәрби бурысын намыҫлы үтәгәндәрҙең барыһына ла оло хөрмәт белдерге килә. Күрһәткән батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәт әйтәм.
Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйем! Был байрам һәр саҡ ҡаһарманлыҡ, ышаныслылыҡ һәм намыҫлылыҡ символы булып ҡалһын.
О. Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.