Все новости
Хәтер
15 Февраля 2020, 20:00

Күҙ йәштәре сыҡты

Афғанстан еренән ғәскәрҙәребеҙҙе сығарыуға 31 йыл. Йола буйынса был көндә һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу менән бер рәттән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға ла тәрән ихтирам күрһәтелә. Шуға бар ерҙә лә хәтер саралары үтә.

Афғанстан еренән ғәскәрҙәребеҙҙе сығарыуға 31 йыл. Йола буйынса был көндә һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу менән бер рәттән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға ла тәрән ихтирам күрһәтелә. Шуға бар ерҙә лә хәтер саралары үтә.
Шәбағыш мәктәбендә лә “Тере хәтер” тип исемләнгән кисә үтте. Унда Афған яуында ҡатнашҡан ауылдаштары Рамаҙан Мөхәмәҙиев менән осрашыу ойошторолдо.
Сараны асып, белем усағы директоры Ирина Ишҡолова, яугир-интернационалистҡа рәхмәт һүҙҙәре әйткәндән һуң, барыһы ла Афған һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Рамаҙан Мөхәмәҙиев һуғыш йылдарындағы үҙенең хәтирәләре менән бүлеште, уҡыусыларға батыр, илһөйәр булып үҫергә кәрәклекте һөйләне. Шулай уҡ был сараға ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Рахмаев та саҡырылғайны. Ул да үҙенең хеҙмәт иткән йылдарын барланы. Әле лә әрмелә булған егеттәр менән аралашып йәшәүҙәре хаҡында әйтте.
- Йолаға әүерелеп үткәргән был сара түңәрәк өҫтәл артында үтте. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, яуаптар алды.
Хәтер кисе балаларҙың ләззәтләнеп һөйләгән шиғырҙары, моңло йырҙары менән үрелеп барҙы. Уларҙың сығыштарынан хатта күҙ йәштәре лә сыҡты, - ти осрашыуҙы ойоштороусы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ишмөхәмәтова.

Ун йыл эсендә, 1979-сы йылдан 1989-сы йылға тиклем ил буйынса, Афғанстан Демократик республикаһынан: 15 меңгә яҡын һалдат һәм офицер өйгә ҡайтмаған, 273 кеше эҙһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, 53 меңдән ашыу һалдат йәрәхәтләнеп ҡайта
Афған һуғышында Көйөргәҙе районынан 80-гә яҡын, ә Күмертауҙан 140 тирәһе кеше ҡатнашҡан. Унда райондан 5 кеше, ә ҡаланан 2 кеше һәләк булған.
2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата хәрби иҫәптә тора (Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы)
- 190 ветеран
Бөтәһе хеҙмәткә алынған: 293 кеше;
уларҙан: йәрәхәт, контузия алғандар – 12,
вафат булған – 7.
Наградаланғандар:
“Ҡыҙыл байраҡ” ордены – 5,
“Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙал – 19,
“Хәрби ҡаһарманлыҡ” миҙалы – 23
Барлығы: 47.
Читайте нас: