Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгән ҡәҙерле яугирҙәр!
Бына 31 йыл инде беҙ үҙ хәрби һәм гражданлыҡ бурысын намыҫлы, батырҙарса үтәгән яугирҙәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ, уларҙы ысын күңелдән ихтирам итәбеҙ һәм һәләк булғандарҙы һағыш менән иҫкә алабыҙ. Афған һуғышы бер ҡасан да беҙҙең хәтеребеҙҙән юйылмаясаҡ, ул ил тарихында ныҡлыҡ символы булып ҡаласаҡ.
Ҡыйыулығығыҙ, батырлығығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ кемдәрҙер өсөн өмөт һәм йәшәүгә ышаныс булып әүерелгәне өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ! Барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм именлеге теләйем. Изгелектәрегеҙ, ярҙамсыл булыуығыҙ өсөн һеҙҙе барыһы ла ихтирам итһен, туғандарығыҙ менән яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә, бәхет-шатлыҡтарына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Э.К. КӘБИРОВ,
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын
ваҡытлыса башҡарыусы.