Все новости
Хәтер
18 Февраля 2020, 11:29

Сер асылды

Вернер Семеновтың тыуыуына 75 йыл

Үҙенең тормош юлын төҙөүсе булып башлаһа ла, ғүмере буйы яҡташтарын моңло йырҙары менән һоҡландырған Вернер Семеновты барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ул үҙенең сабыр холоҡло, кешеләргә ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы менән дә айырылып торҙо һәр саҡ.
Бөтә донъя интернет мәғлүмәте булған “Википедия”ға Вернер Семенов тураһында яҙырға ҡушылғас та (мин унда редактор), Маяҡ ҡасабаһында йәшәүсе Вернер Семеновтың тормош иптәше Фәриҙә апай янына юлландым мин. Фәриҙә апай минең яҡын туғаным. Уның олатаһы менән минең атай бер туған. Апай миңә үҙе яҙған ҡулъяҙмаһын бирҙе. Уны бик тиҙ генә уҡып та сыҡтым. Әлбиттә, бында яҙылған ваҡиғаларҙың күбеһе миңә таныш ине. Шулай ҙа ҡулъяҙмала “Вернер исеменең сере” тигән айырым бүлеге ҡыҙыҡһыныу уятты. Вернер еҙнәм 67 йәшенә тиклем (ул теүәл биш йыл элек 70 йәшендә мәрхүм булып ҡалды) ошо серҙе белә алмаған. Бала сағында Вернер үҙ исеменән ояла торған булған. Башҡорт балалары араһында ул “Үәрнәр” булып йөрөгән. Һәр саҡ атаһына биргән: “Ни өсөн мине Вернер тип атанығыҙ?” - тигән һорауы оҙаҡ йылдар сер булып ҡалған. Атаһы һәр ваҡыт уның һорауына: “Әлегә иртәрәк әле әйтергә” тип яуаплар булған һәм шулай итеп Макар бабай үҙенең 98 йәшенә хәтлем Вернерға был серҙе асмаған. Һуңғы йылында, ауырып түшәккә ятҡас ҡына асылған был сер. Ул серҙе бөгөн һеҙгә лә асмаҡсымын.
1942 йылда Макар Семенов һуғышҡан хәрби бүлек Смоленск ҡалаһы янында ҡамауҙа тороп ҡала. Ул шулай итеп ниместәргә әсирлеккә эләгә. Әсирҙәрҙе, әлбиттә, эшләргә мәжбүр итәләр. Ниндәй генә эштәр башҡармай совет һалдаттары. Иң ауыр эштәр төшә улар елкәһенә. Күп кенә әсир һалдаттар ҡаса. Макар ҙә өс тапҡыр ҡасып ҡарай, тик эттәр менән эҙләп табып, туҡмап, эттәрҙән талатып кире боралар. Макар Филлипович егәрлелеге, таҙалыҡ яратыусанлығы, ябайлығы менән ниместәрҙең ышанысына инә башлай. Мәктәп йылдарында белем алған нимес теле иҫенә төшөп, конвойсыларҙың һөйләшкәнен аңлай башлай һәм уларҙың хәбәрҙәренән бындағы нимес халҡының да Гитлерҙе яратмағанын төшөнә. Улар Гитлерҙе ғаиләләренән айырғаны, көсләп һуғышҡа ебәргәне өсөн ныҡ әрләгәндәр икән. Әсирҙәрҙе ике һаҡсы – Ганс Клавитер һәм Вернер Зальцер һаҡлаған булған.
Нимес һалдаттары араһында ла антифашистар булған бит. Күрәһең, Ганс менән Вернер ҙа шундайҙарҙан булғандыр, улар дүрт һуғышсыға ҡасып китергә ярҙам итәләр. Ҡасҡындар ике төркөмгә бүленеп, икешәрләп төрлө яҡҡа йүнәлә. Макар Семенов һәм Владимир Петров бергә була. Ике ҡасҡын һалдат: “Әгәр ауылдарыбыҙға ҡайтып етә алһаҡ, ошо ярҙамсыл кешеләрҙең исемдәрен балаларыбыҙға ҡушабыҙ”, - тип һүҙ ҡуйыша икән. “Улым тыуһа, Вернер тип исем ҡушырмын”, - тип ниәт ҡыла Макар бабай һәм теләге тормошҡа ашҡас, ниәтен башҡарып та ҡуя.
Сер итеп һаҡлауының сәбәбе былай: ул ваҡытта СССР дәүләтендә, әсиргә төшкән кешеләргә мөнәсәбәт бик киҫкен торған. Бер әсирлектән ҡотолоп, икенсе әсирлеккә эләгергә теләмәгән Макар бабай. Ул ваҡыттағы совет ҡанундары ла бер кемде лә аямаған шул. Шуға ла был серҙе ғүмере буйы һөйләргә ҡурҡыбыраҡ йөрөгән Вернер Семеновтың атаһы. Ошо ҙур серҙе хәҙер һеҙ ҙә беләһегеҙ инде, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
Азат ХӘЛИЛОВ
Күмертау ҡалаһы
«Йырлайһы йырҙар алда әле»...
Яҡуп ауылында тыуып-үҫкән яҡташыбыҙ, оҙаҡ йылдар сәхнәләрҙән төшмәй, бик күп төрлө телдәрҙә йырҙар йырлаусы һәм ижад итеүсе Вернер Семенов иҫән булһа, уға ошо көндәрҙә 75 йәш тулыр ине. Яҡты иҫтәлегенә бағышлап, бөгөн Вернер Макар улын яҡшы белгән кешеләр үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлешә.
Йәүҙәт Афғанур улы УСМАНОВ, Күмертау ҡалаһы:
- Вернер Семеновты мин тәүге тапҡыр 1987 йылдар тирәһендә күрҙем. Ул саҡта ҡаланың мәҙәниәт һарайында эшләй инем. Бер көнө шундай ябай ғына ауыл егете эргәмә килде лә: «Йырларға ине», - тине баҫалҡы ғына итеп. Бер заман ул йырлап ебәргәйне, йығылып китә яҙҙым. Мөслим Магомаев йырлаймы ни! Ошо көндән алып ул һәр бер сарала әүҙем ҡатнаша башланы. Бик күп конкурстарҙа лауреат булды, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен яуланы. Беҙ уның менән ғаилә дуҫтарына әүерелеп киттек, һәр саҡ тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек. Бергәләп йырҙар яҙҙыҡ, аранжировкаларын эшләргә ярҙам иттем, ноталар менән китабын да сығарҙыҡ. Вернер Макар улы Кинйәғәли Абдуллиндың шиғырҙарына ла күп йырҙар ижад итте. Уның һәр бер йыры мәғәнәле булды, юҡ-бар шиғырҙарға йыр яҙманы ул. Ныҡ итеп ауырып ятҡан саҡта ла, бер ҙә генә бирешмәне, ныҡ булды. Балаларына, ейәндәренә һәр саҡ ярҙам итте. Берәй фонограмма яҙҙырыр өсөн минең янға килһә, гел генә сетка менән күстей тотоп килә торғайны. «Ҡустым, бына һиңә сало с сарымсаком алып килдем», - ти торғайны. Шаян булды. Хәбәр һөйләгән сағында гел генә: «Слушай», - тип кешегә төртөп һөйләшә торған ғәҙәте лә ҡыҙыҡ ине. Тормош иптәше Фәриҙә ханым менән бик матур йәшәнеләр. Ҡатыны уны һуңғы көндәренә тиклем матур итеп тәрбиәләне. Вернер Семенов бик иртә яҡты донъя менән хушлашты, шуныһы бигерәк йәл. Шундай оло талант эйәһен юғалттыҡ. Уны һаман да ныҡ һағынабыҙ. Күмертау халҡы ла уны онотмаһын ине. Вернер Семенов исемендә ҡалала ғына булһа ла берәй конкурстар үткәрергә ине. Үҙе иҫән саҡта ҡалала ла, районда ла бер сара ла уның сығышынан тыш булманы бит. Бик күп телдәрҙә ижад итте ул. Юҡһынабыҙ уны.
Йәмил Заһрый улы РАФИҠОВ, Күмертау ҡалаһы:
- Вернер Макар улы менән һәр ваҡыт бергә концерттар ҡуйып йөрөнөк. Шәп композитор, яҡшы йырсы ине ул. Уның йырҙарын әле лә балаларға өйрәтәбеҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Вернер Семенов кеүек әллә нисә телдә йырлаусы кешеләр бик һирәктер. Уның күп йырҙары патриотик рухта булды. Шул тиклем ныҡ тыуған яғын, Шайтан йылғаһын яратты, йырҙар бағышланы. Бер юбилей кисәһендә: «Һин Вернер Шайтанский», - тип шиғыр ҙа яҙған инем әле уға бағышлап. Ауырып ятҡан сағында ла янына барып йөрөнөк. Бирешмәне, һәр ваҡыт дәртле, көслө булды, төшөнкөлөккә бирелмәне. «Әле беҙҙең йырлайһы йырҙар алда әле», - тип, һуңғы көндәренә тиклем баянда уйнап, йырлап ятты. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ.
Читайте нас: