Все новости
Хәтер
5 Марта 2020, 13:18

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлмирә Камил ҡыҙы Байбулатованың баҡыйлыҡ донъяһына күскәненә ике йыл тулды. Әсәкәйем, һине бер көнгә лә онотоуы мөмкин түгел... Яратабыҙ,юҡһынабыҙ,һағынабыҙ.

Әлмирә Камил ҡыҙы БАЙБУЛАТОВА
Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлмирә Камил ҡыҙы Байбулатованың баҡыйлыҡ донъяһына күскәненә ике йыл тулды. Әсәкәйем, һине бер көнгә лә онотоуы мөмкин түгел... Яратабыҙ,юҡһынабыҙ,һағынабыҙ.
Хәтер көнө бөгөн. Әсәйемдең
Киткән көнө фани донъянан…
Нисек, әсәй, иҫкә алырға һуң,
Әгәр бер ҙә иҫтән сыҡмаһаң?

Һин киткәндән алып күңелемә
Ояланып алды етемлек,
Тынысланып, онотолор өсөн
Ваҡыт үтте кеүек етерлек.

Һине уйламаған сәғәт һирәк,
Һине иҫләмәгән көнөм юҡ,
Фатихаңды, әсәй, биреп киттең,
Борсолорға, беләм, урын юҡ.

Йылдар үткән һайын йөрәк йылың
Кәрәклерәк миңә, әсәйем,
Нишләп улай тиҙ аранан киттең?
Йөрәккәйем яна,нишләйем..?

Беләм, әсәй, риза булып киттең –
Мин үҙемдән риза ҡалманым:
Тере саҡта ниңә, донъя ташлап,
Тағы бер ҡат ҡайта алманым?

Мин тағы бер әгәр ҡайтып килһәм,
Һин тағы бер һөйөп-яратып
Бәхет теләр инең тағы бер ҡат,
Тағы бер ҡат… Мине оҙатып

Бер ҡосаҡлап, әсәй, үбер инең…
Үкенермен мәңге, моғайын...
Иҫкә алмау һине мөмкин түгел,
Хәтер көнө миңә көн һайын...
Көндәр, айҙар үтә... йөрәктәрҙә һаман асыҡ яра, күңелдәрҙә әсе юҡһыныу.... Был асыҡ яра мәңге уңалмаҫ... Күк йөҙөндәге иң сағыу, яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып балҡыйһың һин әсәкәйем беҙҙең өсөн, һин һәр ваҡыт беҙҙең янда! Йәнең йәннәттә булһын, ҡәҙерлебеҙ!
Уны белеүселәр, һөйөклө әсәйемдең изге рухын, яҡты иҫтәлеген йылы хәтирәләр менән иҫкә алһындар ине.
Мәрхүмәнең барлыҡ яҡындары исеменән ҡыҙы Венера ИГБАЕВА
Читайте нас: