Все новости
Хәтер
18 Апреля 2020, 13:30

Мин һуғышты үҙем күрмәнем

Мин һуғышты үҙем күрмәнем, Уны миңә ҡайным һөйләне.

Мин һуғышты үҙем күрмәнем,
Уны миңә ҡайным һөйләне.
Сикәләрҙе ҡыҫып, йөрәктәрҙе өтөп,
Әрнеп сыҡты һәр бер һөйләме.
Һөйләмәҫ тә ине, бәлки, ҡайным
Яралары һыҙлап көймәһә,
Яу ҡырында ятып ҡалған дуҫы
Төштәренә уның кермәһә.
Бер кис шулай ғаиләбеҙ менән
Телевизорҙан кино ҡарайбыҙ,
Беҙҙең ғәскәр атакаға бара
Оҫта төшөргәндәр, ярайһы.
Һәр һалдатта ап-аҡ яғалар,
Хром итектәре ялтырай ҡояшҡа.
“Ура!” тауыштары дәртле сыға
Дошман ҡаса сәселеп йән-яҡҡа.
Ҡайным һүҙһеҙ, башын ғына эйеп
Мейес яғына китте, ултырҙы.
Тәмәкеһен яйлап ҡына һурҙы,
Өйҙө ауыр тынлыҡ тултырҙы.
“Беҙҙең һуғыш”, - тине, - “Төптө улай
Кинолағы һымаҡ булманы,
Бетле яға, бысраҡ шинель менән
Өшөгәндәр булды, туңманыҡ.
Атакаға күтәрелгән саҡта
Йөрәк тулы, дөрөҫ, үс ине.
Шул фашисты дөмөктөрә иҙеп
Ояһына илтеп тыҡ ине.
Йән тәслимгә алға ынтылғанда
Иҫкәрмәҫтән артҡа сигенде.
“Мине ташлама”, - тип өҙгөләнеп
Кемеһелер тартты шинелде.
“Брат, түҙ давай, аҙ ғына түҙ”, - тиеп
Мин һаман да алға йүгерҙем,
Кем уйлаған дуҫтың ҡанға туҙып
Шул ятҡандан йәнен биререн.
Ул яуҙарҙы иҫкә төшөрмәҫкә,
Дуҫтың үлемен төштә күрмәҫкә
Әллә ниҙәр бирер инем дә бит,
Онота алмамдыр гүргә кергәс тә”.
Мин һуғышты үҙем күрмәнем,
Миңә уны ҡайным һөйләне.
Дөрөҫлөктө боҙоп күрһәткәнгә
Йәне көйөп шуға һөйләне.
Иҫән булһа мәгәр бөгөн тыңлап,
Ялған тарихсылар яҙғанын
Уҡып тормаҫ ине, йыртып бәреп,
Фашлар ине алдаҡ-ялғанын.
Беҙҙең һалдаттарҙың батырлығын
Оноторға тырышҡан бәндәне
Үҙ таяғы менән төйөр ине,
Һуғып осорор ине йәлдәген.
Минең ҡайным ғәҙеллекте яҡлап,
Сатан аяҡ Ғариф булһа ла
Үҙ күкрәген ҡаршы ҡуйыр ине
Тыуған илгә ҡулын һуҙғанға.
Их, шул быуын әгәр иҫән булһа,
Килде-китте аңһыҙ түрәләр
Тарих боҙоп һөйләп, яҙыу түгел,
Ауыҙ асмаҫ ине күрәләй.
Роза ХӘМИТОВА
Өфө ҡалаһы
Фотола Ялсыҡай ауылы ветераны, мәрхүм Ғариф Хәмитов.
Читайте нас: