Все новости
Хәтер
26 Апреля 2020, 09:00

26 апрель – радиация һәләкәттәре һәм авариялары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында ҙур техноген һәләкәт була. Фажиғә миллиондарса кешенең тормошонда үҙ эҙен ҡалдырҙы. Был һәләкәткә 34 йыл да булып китте.

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында ҙур техноген һәләкәт була. Фажиғә миллиондарса кешенең тормошонда үҙ эҙен ҡалдырҙы. Был һәләкәткә 34 йыл да булып китте. Күренмәй торған үлем менән көрәшеүселәрҙең күбеһенең сәстәре ағарҙы, күптәре иҫән түгел. Шулай ҙа Чернобыль беҙҙең өсөн үткән хәл түгел. Был көн беҙҙең һәм беҙҙән һуң килгәндәр хәтерендә мәңгелеккә ҡурҡыныс дәрес һәм бөйөк батырлыҡ булараҡ һаҡланыр.
Хөрмәтле Чернобыль АЭС-ы аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар!
Чернобыль АЭС-ы аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән фиҙаҡәрлегегеҙ һәм юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн, муниципаль райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн ихлас рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, ғаилә именлеге һәм бөтмәҫ йәшәү көсө теләйем.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы
муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: