Был фажиғәгә 34 йыл ваҡыт үтеп китһә лә, ул көн бөгөн дә беҙҙең хәтерҙә. Һаулыҡтарына ныҡ зыян булыуын да уйламай, унда ҡатнашып, авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡаһарманлыҡ итеүселәргә оло рәхмәттәремде еткерәм һәм улар алдында баш эйәм. Һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар, оло бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем.