Все новости
Хәтер
26 Апреля 2020, 10:25

Йәмғиәт именлеген тәьмин итеү өсөн ҙур көс һалғандар...

Хөрмәтле Чернобыль АЭС-ы аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар!

Хөрмәтле Чернобыль АЭС-ы аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар!
РФ Оборона министрлығы һәм БР Хәрби комиссариатының Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге исеменән Һеҙ күрһәткән батырлыҡ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – ысын геройҙар, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусылар, ғүмер һәм сәләмәтлегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ярҙамға мохтаждарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу һәм авария эҙемтәләрен кәметеү өсөн барыһын да эшләнегеҙ. Шул ҡурҡыныс ваҡытта радиацияның зарарлы көсөн үҙендә татығандар, йәмғиәт именлеген тәьмин итеү өсөн ҙур көс һалғандар һәм бөтә илде ҡотҡарыу өсөн тырышҡандар алдында баш эйәбеҙ. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға һаулыҡ, уңыштар һәм имен тормош теләйем.
Э.К. КӘБИРОВ,
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса
хәрби комиссариат бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Читайте нас: