Был көндө улар араһында Яманғол егете Сынтимер Мөрсәлимов та була. «Башкиравтобазаһында шофер булып эшләп йөрөгән саҡтар, Төйлөгән ҡасабаһына көн дә йөрөргә тура килә ине, - тип хәтергә төшөрә Сынтимер ағай. - Шулай бер көндө, Күмертауға ҡайтып килгәндә, юлда йөк һәм еңел машиналары теҙелеп туҡтап тора. Зыяраттан йыраҡ түгел, баҫыу өҫтөнә самолет килеп төшкән, бер аҙҙан шартлау урынына хәрбиҙәр менән вертолет та осоп килде. Һуңынан ишетә белеүемсә, Ырымбур летчиктарының өйрәнеү осоуҙары ваҡытында ике курсант бер самолетта, ә инструктор менән бер курсант икенсеһендә булған. Курсанттар менән самолет пилотирование ваҡытында икенсе самолеттың ҡанатына бәрелә. Үҙҙәренең тәҙрә-быялалары ватыла, шулай ҙа улар иҫән ҡалып, аэродромға осоп барып етә, ә инструктор менән курсант һәләкәт ҡорбандары була», - тип иҫләй ул был ваҡиғаны.