Все новости
Хәтер
20 Июня 2020, 19:00

Күңеле изге булды

Тыуыуҙан ҡалмағас, үлемдән ҡалыу юҡ, тип үлемде иҫкә төшөрөп халыҡты тәртиптә тотҡан ата-бабаларыбыҙ.

Күптән түгел, Абдул ауылында тыуып үҫкән, оҙаҡ ауырыуҙан һуң, 61 йәшлек Марс Хәнбәков туғанды ерләнек. Юғары уҡыуҙы тамамлап, ауыл хакимиәте башлығы булып та, мал хужалығында ла эшләне. Изге күңелле, кешегә ярҙамсыл, ғаиләһенә яҡшы булды. Хәләл ефете Миңлегөл менән Гөлназ, Гөлсөм ҡыҙҙарын тәрбиәләп, юғары белем биреп үҫтерҙе улар. Өсөнсөгә, Алһыу исемле бер ҡыҙ тәрбиәгә алдылар. Ул ҡыҙҙы үҙҙәренең балаларынан да яҡын күреп уҡытып, кеше иттеләр. Миңлегөл үҙе юғары белемле уҡытыусы булғас, балаларҙы бик матур итеп тәрбиәләне. Егәрле, иренә яҡшы булды, туғандарын хөрмәтләне. Ирен һуңғы юлға оҙатҡанда үҙен түҙемле тотоп, сабырлыҡтар итте. Кеше лә күп булды. Марс менән институтта уҡығандағы дуҫы, хәҙер мулла булып киткән Хәйбулла районынан Юлай, Абдул ауылының Илдар Усманов муллаһы менән икәүләп уны тәрбиәләп ҡуйҙылар.
Ғаиләһенә түҙемлек теләйбеҙ. Марс туғанымдың гүрҙәре яҡты, йәндәре ожмахта булһын. Ҡиәмәт көнө ғазаптарынан ҡотҡарып, теләгән теләктәргә ирешергә насип ит, Раббым. Амин!
Рәшит ХӘНБӘКОВ
Холодный Ключ ауылы
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 49-сы һанында.
Читайте нас: