Все новости
Хәтер
18 Октября 2020, 19:00

Матур эштәре ҡалды

Ирек ағай ысын күңелдән ауылды йәмләйем тип тырышты. Бер тик торманы, ял ғына етһә: “Әйҙәгеҙ, егеттәр, субботникка, ағас ултыртайыҡ”, - тип эш ойоштороп, үҙе алдынғылар рәтендә йөрөнө.

Ирек ағайҙың Бәләкәй Муса өсөн башҡарған эштәрен һанап бөтөрлөк түгел. Бәләкәй тип исемләнгән ауыл өсөн ҘУР эштәр эшләп өлгөрҙө, һәм... күбеһенә өлгөрмәне. Балалар майҙансығы яһайым тип хыялланды, тағы әллә ниндәй пландары бар ине... Ете көн элек И. Кәримов, беҙҙе ташлап, арабыҙҙан китеп барҙы. Үлем үкенесһеҙ булмай, шулай ҙа тынғыһыҙ ағайыбыҙҙың иртә ҡуҙғалыуын кисереүе ныҡ ауыр. Беҙҙең ауыл халҡы өсөн ҙур юғалтыу. Тик Ирек ағайҙың изге эштәре ауылды йәмләй һәм уның турала матур иҫтәлектәр менән ҡалыр.
Тыныс йоҡла, Ирек ағай, үҙең киттең - эштәрең ҡалды. Халыҡ һине онотмаҫ.
Айнур ҠӘҘИМОВ,
Район хакимиәте башлығы ярҙамсыһы, Бәләкәй Муса ауылы
Тулы материал 83-сө һанда.
Читайте нас: