Ер шары түңәрәк, бөтә кешегә лә бер Аллаһы Тәғәлә, бер ҡояш. Ҡайҙа теләһә, шунда йәшәргә хаҡы бар кешенең. Һәр ваҡыт шундай һүҙҙәр ишетергә тура килә: Ташкентта алма ашап яттылар ҙа хәҙер ҡайттылар. Улар нимә өсөн сығып киттеләр икән һуң? Уны берәү ҙә белмәй.
Элек өйҙәре бәләкәй генә булған ғаиләлә 7-8 бала үҫкән. Яҙмыш бит, берәй ҡыҙы кейәүҙән айырыла икән, уға ҡайтып керергә урыны булмаған, өй туп-тулы кеше. Шул арҡала ла сығып киткәндәр. Бына мин Садиҡа Фәхретдин ҡыҙы Сәйфетдинова тураһында яҙырға теләйем. Ни өсөн ситкә сығып китте икән? Ул 1907 йылғы, Абдул ауылыныҡы. Ире - Камалетдин, ете балаһы булған. Һуғыш башланғас, ире оло йәштә булыу сәбәпле, һуғышҡа алмағандар. Хәрби комиссариат саҡыртып, Алкинолағы «трудармияға» ебәргәндәр. Ете баланы туйҙырырға кәрәк, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләгән. Аҙаҡтан ҡулына таяҡ тотоп колхоз һарыҡтарын көткән. Ул ваҡытта бүреләр күп булған, хатта кешеләрҙең өйөнә лә килгәндәр. Бер мәртәбә бүреләр килеп һарыҡтарҙы уратып алғандар, ҡурҡып ташлап ҡасмаған. Ул ҡулына һәр ваҡыт тимер тотоп йөрөгән. Ҡысҡыра-ҡысҡыра шул тимергә таяғы менән һуға икән. Уның тауышына бригадир ауылдан кеше йыйып алып килеп, үҙен дә, һарыҡтарҙы ла ҡотҡарғандар. Ҙур улы Йәүҙәтте, йәше тулғас, армияға алғандар. Ул тракторҙа эшләгән булған. Икеһе лә «1941-1945 йылдарҙағы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланған. Йәүҙәт Кемеровола шахтала хеҙмәт итә.
Садиҡаға ире Алкинонан хат яҙып ҡараған: «Посылкамы, аҡсамы ебәрһәгеҙ, бәлки, асҡа үлмәҫ инем. Баҡаларҙы ла тотоп ашайбыҙ, хәҙер улар ҙа бөттө», - тип яҙған ул. Хатты ике мәртәбә һалған, береһендә почтальондар ебәрмәгән. 1943 йылда бер соҡорға күмелгән ундағылар. Һуғышта үлгәндәрҙең балаларына аҡса түләгәндәр, ә быларға бер нәмә лә юҡ. Паек та бирмәгәндәр. Мейескә яғырға юҡ, утын йыйырға барыр ине - көнө буйы эштә. Ашарға юҡ, алты бала, үҙе менән етәү, һыйырҙың быҙауын да, һөтөн дә алып торалар. Һыйырҙы көнө буйы ер һөрөргә алып китәләр, шулай булғас, унда ниндәй һөт булһын, ә бит, ҡайҙа һөтө, тип таптыралар, өҙмәйҙәр ҙә ҡуймайҙар. Нимә менән йәшәргә кәрәк?
Хәҙер һуғыш бөтһә лә, быларға бер ниндәй ҙә льгота юҡ, ә ашарға кәрәк. Балалары астан шешенгән. Садиҡа әбей бик тәүәккәл булған. Үзбәкстандың урамдарында йәшәп була икән, тигән хәбәрҙе ишеткән. Балаларына күрһәтмәйенсә генә илаған да һыйырын һатып, шуның аҡсаһына балалары менән йылы яҡҡа сығып киткәндәр. Анһат та ул, сығып киткәндәр, тип яҙыуы. 1948 йылдың ҡышҡы бураны, юл юҡ. Санаға үгеҙ егеп, быларҙы Кәбир Ноғоманов ағай Каширингә (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Октябрьский ҡасабаһы) алып киткән. Билдән ҡар, ти, өс бәләкәстәрен санаға ултыртҡандар. Ҡалғандары йәйәү. Төнөн барып еткәндәр. Быларҙы бер маря өйҙәренә алып кергән, ашатҡан, йоҡлатҡан. Улар халҡы мәрхәмәтле була бит ул. Икенсе көнөнә юлға сығып баҫҡандар инде. Ҡатып-туңып бөткәндәр, кискә табан бер йөк машинаһы килеп туҡтаған, туңып үләһегеҙ бит, ҡайҙа китеп бараһығыҙ, тип аптыраған шоферы. Шунан быларҙы Ырымбур вокзалына тиклем илтеп төшөргән. Рәхмәт төшһөн инде ул кешегә.
Ул йылдарҙа билет алырлыҡ булмаған бит. Бер аҙна ятҡандар, кем нәмә бирә, шуны ашағандар. Һуғыштан ҡайтып килгән бер ирҙең бер аяғы юҡ, икенсеһенең бер ҡулы юҡ икән. Вокзалдағылар, йәлләп, барыһын бер ғаилә итеп күрһәтеп, уларға билет алып биргәндәр. Был һуғышта ҡатнашыусылар ҙа билет ала алмай ятҡан булғандар. Вагонда барғанда кем нәмә бирһә, шуны ашағандар. Үзбәктәр ярҙамсыл була бит ул. Бер үзбәк юл буйы, был хәтлем баланы нисек үҫтерәһең, бәләкәйеңде миңә бир, үҙем үҫтерермен, уҡытырмын, тип инәлгән. Садиҡа шунда ла балаһын бирмәгән. Шулай итеп барып еткәндәр. Унда үҙҙәренең туған тейешле апалары булған, шуның адресы менән Сәмәрҡәнд өлкәһендәге Индигки тигән ҡасабаға барып урынлашҡандар. Бер малайы көтөү көткән, икенсеһе яландан еләк-емеш йыйып һатҡан. Унда уғрылыҡ тигән нәмә булмаған. Ҡыҙҙары кешегә эшләгән. Ә Садиҡа әбей үҙе эшкә кергән. Тау башында - яғыулыҡ тултырылған ҙур-ҙур цистерналар. Шуларҙы һаҡларға ҡушҡандар. Ҡулына таяҡ тотоп төнгө ҡараңғыла шунда ҡарауылда торған. Бер ваҡыт бәләкәй генә кешеләр килеп цистерналарҙы уратып алдылар ҙа номерҙар әйтә башланылар, ти. Ә Садиҡа ул номерҙарҙы хәтерендә ҡалдырған. Ундай кешеләргә өндәшергә ярамағанын белгән. Доғаларымды уҡып тик торҙом, ти. Садиҡа белә бит инде уларҙың кемдәр икәнен. Ул яҡтарҙы «эйәле» тип әйтәләр ине бит. Иртәнсәк хужалар килгәс, ҡарап сыҡҡандар ҙа, ундай номерҙар юҡ, тигәндәр. Шунан һуң свет ҡуйғандар, мылтыҡ биргәндәр. Армиялағы улдары тура шунда ҡайтҡан, тағы шахтаға эшкә кергән. Шахта емерелеп бишәр көн ятҡан саҡтары ла булған. Бик күп наградалары ла бар ине. Шунда өйләнеп өс бала үҫтерҙеләр. Пенсияға сыҡҡас, балалары менән Төйлөгәнгә ҡайтып урынлаштылар. Ә Садиҡа әбей ун йылға яҡын йәшәгәс, ғүмер буйы ҡышлаҡта ер аҫтында йәшәмәйек инде, тип ауылға ҡайтырға уйлаған да бит, ҡайтыр ине, өйө юҡ, кемдәрҙер һүтеп яғып бөткән. Маяҡ ҡасабаһындағы 14 кв. метрлы барагында әҙерәк торған да тағы кире алып киткән балаларын. Ул саҡта магазинда күмәсте йән башына паек менән генә биргәндәр. Маяҡта апаһының Таһир Ноғоманов тигән улында йәшәп торғандар.
1957 йылда Маяҡ зонаһындағы барактар бушағас, Таһир ағай, йәшәргә урын бар, тип уларҙы саҡырып ҡайтарған. Алты баламды үлтермәйем тип, Садиҡа әбей Үзбәкстанды бына шулай әллә нисәмә тапҡыр ураған. Бер ҡыҙы ҡышлаҡта врач булмау арҡаһында бала тапҡанда үлгән. Ул ҡыҙының да балаһын, ят ҡулдарға ҡалдырмайым, тип, алып ҡайтып, үҙе үҫтерҙе. Зонала бер нисә йыл йәшәгәс, иҫке шпалдарҙы һата башлағандар. Таһир ағай шунда эшләй ине. Уның ярҙамы менән шпалдар һатып алып, Абдулға ҡайтып өй һалып керҙеләр. Таһир ағай ҙа өй һалды. Ауылдың осонда күп йылдар йәшәнеләр. Хәҙер өйҙәр күбәйҙе. Шуның өсөн ул урамға Таһир Ноғоманов исеме бирелде. Әбейҙең малайҙары Маяҡта училищела уҡып, ауылда тракторҙа эшләнеләр.
Абдулға улар 1962 йылда ғына ҡайтты. Садиҡа әбей минең бейемем була. Шуға күрә кешеләр байрамға барғанда тәҙрәнән ҡарай-ҡарай башынан үткәндәрен һөйләгәндәре әле лә хәтеремдә. 9 Майҙа, беҙҙекен дә военкоматҡа саҡыртып алып киттеләр бит, тип илай торғайны. Ә миҙалын юллап алырға белмәгәнмен. Аҙаҡтан архивтың адресын табып хат яҙғайным, шунда уҡ ебәрҙеләр. Бер машина брикетҡа талон биргәйнеләр, уны ла алып өлгөрмәнек. 1995 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Йәне йәннәттә булһын инде бейемемдең. Ҡулымдан килһә, мин уға һәйкәл ҡуйыр инем. Уның һөйләгәндәрен яҙып бөтөрлөк түгел.
Үзбәкстан сәнәғәтендә, башлыса, был яҡтан барған халыҡ эшләгән. Бер ҙә алма ашап ятмағандар. Ундағы шахталарҙа беҙҙең Абдул ауылынан барған Йәүҙәт Камалетдин улы Сәйфетдинов, Әмир Ғизетдин улы Ноғоманов, Рифҡәт Миңнеғәли улы Сөләймәнов, Ирек Гәрәй улы Тазетдинов, Йәүҙәт Ғәйнетдин улы Вәлитов эшләне. Барыһы ла тиерлек баҡыйлыҡҡа күстеләр. Бер Ирек ағай ғына иҫән. Күмертауҙа йәшәй. Беҙҙең Абдулда элекке хәлдәрҙе белгән кеше лә ҡалманы, барыһы ла ситтән килгән килендәр, йәштәр. Күмертау ҡалаһы нигеҙләнгәс, абдулдарҙың байтағы шунда эшкә китте, хәҙерге йәштәребеҙ ҙә шунда. Был яҙмаларымды ауылдаштарының элекке тормоштарын белһендәр тип, Абдул йәштәренә, ғөмүмән, хәҙерге йәш быуынға төбәп яҙҙым. Ауылығыҙҙы онотмағыҙ, ҡайтып йөрөгөҙ, Аллаһы Тәғәлә бындай хәлдәрҙе башҡаса күрергә берәүгә лә насип итмәһен. Илдәребеҙ имен торһон. Бик зарланмайыҡ, магазиндарыбыҙ ризыҡ менән туп-тулы. Барыбыҙҙың да балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ атай-әсәйле булып үҫһен. Аҡыллы, тәүфиҡлы булһындар, ата-әсәһен, ололарҙы, хужаларҙы хөрмәт итһендәр.
Ҡалалағы ҡайһы берәүҙәр Абдулға ата-әсәләренең зыяратын ҡарарға киләләр ҙә, барыр кешебеҙ юҡ, тип кире ҡайтып китәләр. Улай эшләмәгеҙ, беҙгә килегеҙ, сәй булһа ла эсербеҙ, һөйләшеп ултырырбыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ риза булып ятырҙар.