Беҙҙең Абдул ауылы бәләкәй генә Бәбәкә йылғаһы буйына ултырған. Был йылға Әүлиә зыяраты аша аға. Бәбәкә һыуын барып алығыҙ, ул - шифалы һыу, тип был хаҡта Яҡшымбәттәге әүлиәләр ҙә борон әйтеп ҡалдырған. Беҙҙең ауылда ҙур дини уҡыуҙа булған өс мулла йәшәгән. Тәүге икәүһе - Ғарифулла Аҙнабаев менән Шакир Ғөбәйҙуллин. Уларҙы ҡулға алып китеп атҡандар. Өсөнсөһөн, Шәмсетдин Сәйфетдинов (фотола) хәлфәне, алып китеүселәр үҙендә уҡыған уҡыусылары булған, шуға күрә уны Үзбәкстан яғына ҡасырып ебәргәндәр. Донъялар тынысланғас, үҙҙәре эҙләп табып, ауылға ҡайтарып, балалар уҡытырға рөхсәт биреп киткәндәр. Шунан бирле ул Абдулда уҡытҡан. Ике уҡыуҙы ла уҡып бөтөрөп, имтихан биргән, бик аҡыллы булған. Шуға күрә беҙҙең ауылдағы ололарҙың барыһы, дин буйынса ла, беҙҙең уҡыу буйынса ла унан аҡыллы, төплө белем алып, ике уҡыуҙы ла уҡығандар. Бәбәкә һыуын эсеп үҫкәндәр. Улар балаларын да аҡыллы итеп тәрбиәләп уҡытырға тырышҡан. Ауыр заманалар булһа ла, күбеһе уҡып, уҡытыусы һөнәре алып сыҡҡандар. Рәшит Аҙнабаев рус теле уҡытыусыһы ине, малайҙарға бигерәк тә, һеҙ - һалдат була торған кешеләр, аҡыллы булығыҙ, тип өйрәтә ине. Ҡатыны Мая апа немец теленән уҡытты, 5 бала үҫтерҙеләр. Балалары ла аҡыллылар, ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәйҙәр. Зиннур Әҙеһәмов географиянан уҡытты. Зифа апа Зәк-Ишмәттеке ине. Башланғыс кластарҙы уҡытты. 5 бала үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Рәдифә лә уҡытыусы ине. Барыһы ла һәйбәт кенә йәшәп яталар. Миңнехан Әҙеһәмов, Орҡоя апа Тимербайҙыҡы ине. Икеһе лә башланғыс кластарҙы уҡытты. Миңнехан Кинйәлә лә уҡытты. 6 бала үҫтерҙеләр, барыһы ла матур итеп донъя көтәләр. Фазылйән Рәжәпов тарихтан уҡытты, мәктәп директоры ла булды. Зәк-Ишмәттә лә уҡытты. Мәрхәбә апа Тимербайҙыҡы ине, башланғыс класта уҡытты. 5 бала үҫтерҙеләр. Балалары барыһы ла аҡыллылар. Рәмил улдары ғүмер буйы Морапталда уҡытты, мәктәп директоры ла, колхозда парторг та булды. Абдул ҡыҙы Фатимаға өйләнде. Ҡатыны ла балалар уҡытты, пенсияға сығып әле лә балаларына ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Заһретдин Рафиҡов мәктәптә уҡытты, директор булып та эшләне, Хәтирә апай менән 6 бала үҫтерҙеләр. Улдары Валерик авиазаводта эшләй. Наил күп йылдар инде балаларға мәктәптә информатика дәрестәрен уҡыта, уҡыусыларға шул хәтлем төплө белем бирә. Ҡатыны Эльмира химия предметын уҡытты. Йәмил Рафиҡовты, моғайын, белмәгән кеше юҡтыр. Күмертауҙың Республика политехник лицей-интернатында музыканан уҡыта. Ғаиләләре менән барыһы ла матур итеп донъя көтәләр. Зөмәрә Әхмәтова, ҡыҙы Зилиә - икеһе лә башланғыс кластарҙа уҡыттылар. Гөлъямал Войкина шулай уҡ башланғыс класта уҡытты, балалар менән йырланы ла, бейене лә. Ул байрам һайын Рәшит Аҙнабаев абый менән балаларҙы демонстрацияла йөрөтә ине. Рәшит абый аккордеонда уйнай торғайны. Гөлъямал апа Ғәбит абый менән 4 бала үҫтерҙеләр. Уларҙы ла төрлө ауылдарға уҡытырға күсереп йөрөткәндәр. Ҡыҙҙары Люциә лә уҡытыусы ине. Улдары Фәһим, Афғанстанда 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, атай нигеҙен ташламайынса Баймаҡ ҡыҙы Хәмиҙәгә өйләнеп, ауылда балалар үҫтереп йәшәйҙәр. Ғәбит ағай һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайтты, ата-әсәләрен тәрбиәләп ҡаранылар. Ауылыбыҙҙа иң оло кеше - Лотфрахман Ниғмәтуллин абый. Ул һуғышҡа тиклем Кинйәлә милиция булып та эшләгән, уҡытҡан да. 1939 йылда уны Тимербайға уҡытыусы итеп ебәргәндәр. Ул үҙенән 10 йәшкә кесе Майбәҙәр апайға өйләнеп, 11 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Алтауһы һуғышҡа хәтлем тыуған. Ул тиклем баланы ҡарарға күпме көс түккәндәрҙер. Ярай, әнейҙәре иҫән инде, аҙаҡтан бер-береһен ҡарашҡандар. Лотфрахман абый, һуғыштан ҡайтҡас, пенсияға сыҡҡансы силсәүиттә председатель (рәйес) булып эшләне. Балалары ла аҡыллы булды. Үҫкән береһе Күмертауға барып эшкә урынлаша торҙо. Атаһының нигеҙендә кинйә улдары Азат ҡалды, Абдул ҡыҙы Наиләгә өйләнеп, мәктәптә уҡыттылар. Икеһенең дә ата-әсәләрен тәрбиәләп ҡараштылар. Ял, байрам ваҡыттарында барлыҡ туғандары ла ҡайтып, бергәләп ҡатнашып йөрөйҙәр, матур итеп йәшәйҙәр.
Хөсниямал Хөсәйенова апа 1913 йылғы. Ире Закир Хөсәйенов Зәк-Ишмәттеке булған. Ул 1939 йылда Фин һуғышына киткән, шунан 1941 йылғы һуғышҡа алынған, ауылына ҡабат ҡайта алмаған, һуғышта үлеп ҡалған. 3 балалары булған. Ире булмағас, апаны һәр ваҡыт уҡытырға сит ауылдарға йөрөткәндәр. Балаларын ҡарарға, ярай әле, әнейһе булған. Ул хәтлем ауыр тормоштар эҙһеҙ үтмәй бит, аҙаҡтан пенсияға сығып рәхәт күреп йәшәйем тигәндә ауырыуға бирешеп ҡуйҙы. Улы Роберт 11 бала араһында үҫкән Лена Ниғмәтуллинаға өйләнеп, әнейҙәрен бергә тәрбиәләп ҡаранылар. Роберт совхозда директор урынбаҫары булып та эшләне, аҙаҡтан, пенсияға сыҡҡансы, Абдулда ауыл советы рәйесе вазифаһын үтәне. Үҙҙәренә оҡшап балалары ла уңған. Улдары Данир - мәктәп директоры, ҡатыны Лена - башланғыс кластар уҡытыусыһы. Хөсниямал апаның хеҙмәт кенәгәһен ҡараһаң, иҫ китерлек: 1934 йылдан алып 1966 йылға тиклем 9 урынға күсереп йөрөткәндәр. Шундай шарттарҙа ауылдан-ауылға йөрөп эшләгән мөғәллимәгә бер миҙал да бирә белмәгәндәр, исмаһам.
Мин үҙебеҙҙең оло быуын уҡытыусылары тураһында ғына яҙҙым. Йәштәр үпкәләмәһендәр. Ул йылдарҙа беҙҙә Тимербай балалары ла уҡыны. 2-се Кинйәабыҙ, Яҡуп балалары - барыһы ла Абдулда уҡынылар. Класс һайын 20-шәр бала була торғайны. Свет юҡ, газ юҡ, утын әҙерләргә Шәбағышҡа барып яталар ине. Унда минең бер туған апайым йәшәне, шуға фатирға төшә торғайнылар. Утын әҙерләргә техничкалар бара ине. Бер зарланмайынса эшләгәндәр. Балаларҙы аҡыллы булырға өйрәтә торғайнылар. Бына бит был уҡытыусылар ауылда уҡыған, үҙҙәре лә уҡытыусылыҡҡа уҡып сыҡҡандар. Абдулдан уҡытыусылар династияһы сыҡҡан, тип әйтергә лә булалыр. Беҙҙең ауылда заманында Шәмсетдин хәлфәлә уҡып сыҡҡандарҙың береһе лә динде ташламаған. Әбей-бабайҙарыбыҙ намаҙлыҡтан төшмәне. Ҡөръән уҡып, доға ҡылып ултырҙылар. Беҙҙе лә өйрәттеләр. Быға шифалы һыу ҙа, әбей-бабайҙарҙың доғаһы ла ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Ауыр шарттарҙа эшләгәндәр, балаларын иҫән-һау үҫтергәндәр. Һуғыш ваҡтында ла уҡытыусыларыбыҙҙың береһенең дә балалары үлмәгән. Уҡытыусыларыбыҙ барыһы ла һуғышта ҡатнашҡан, иҫән-һау йөрөп ҡайтып, балаларын да тәртипле, аҡыллы итеп үҫтергәндәр, уҡытҡандар. Хәҙер был ололарҙың береһе лә иҫән түгел. Йәнегеҙ тыныслыҡта ятһын, балаларығыҙ онотмайҙар, йыл да ҡөръән уҡытып, доға ебәреп торалар. Күреп йөрөйбөҙ.
Мин был мәҡәләм дә заманында Абдул мәктәбендә эшләгән уҡытыусыларҙың исем-аттарын юҡҡа ғына теҙеп яҙманым. Хәҙерге йәштәр белһен, киләсәк быуындарыбыҙ уларҙы онотмаһын өсөн, ташҡа баҫтырайым тигән изге маҡсаттан сығып эшләнем. Кем белә, бәлки, был яҙмаларым бара-тора тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн дә ҡиммәтле документҡа әйләнер.