Таң ата ла көн тыуа, ваҡыт йылғаһы аға ла аға. Ватандашыбыҙ, ауылдашыбыҙ, фиҙәҡәр хеҙмәт өлгөһө булған, Социалистик Хеҙмәт Геройы Вәхитов Шәүәли Мөхәммәт улының яҡты донъянан китеүенә ошо көндәрҙә 40 көн дә тулып китте. Данлыҡлы ауылдашыбыҙ тураһында күп яҙылды. Күберәге ферма, малдар, һөт һәм ҡаҙаныштары тураһында. Мин был яҙыуымда мәрхүм ағайҙы икенсе яҡтаныраҡ һүрәтләмәксемен. Беренсенән Шәүәли ағай ҡатыны Маһруй апай менән (сығышы Ҡансыра ауылынан) 5 ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә барыһы ла иҫән-һау, һөнәрлеләр, ғаиләләре менән үҙ аллы йәшәйҙәр. Мин бының менән уларҙың бала яратыуҙарын әйтәмен. Мәрхүмә Маһруй апай үтә лә түҙемле, ябай һәм тыйнаҡ ине. Өй хужаһы шуға ла балалары өсөн тыныс булып, бар көсөн эшенә бирҙе. Шуға ла тормош иптәше, Шәүәли ағайҙың уңыштарында ҡатынының өлөшө ҙур тимәксемен...