Мəһəҙи Əҙеһəмов «Батырлыҡ өсөн», ике тапҡыр «Хəрби ҡаҙаныштары өсөн», «Кённегсбергты алған өсөн» миҙалы, «Ленинградты обороналаған өсөн» ордены, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ва-
тан һуғышында Германияны еңгəн өсөн» миҙалы, «Берлинды алған өсөн», «Ватан һуғышы ордены» менəн бүлəклəнгəн.
Ул 1946 йылдың йəйендə генə тыуған яҡтарына ҡайта. Ут əсеһенəн иҫəн-имен əйлəнеп ҡайтырға əсə-ата доғалары һаҡлап йөрөткəндер инде. Тыуған ауылын, Көйөргəҙе яландарын һағынып ҡайтҡан егет тағы ла яратҡан комбайнына ултыра. Иркен баҫыуҙарҙы бер итеп иген ура, емерелгəн хужалыҡта ла эш етерлек була, бөтə ергə ҡул етешмəй.
1947 йылдың яҙында күрше Тимербай ауылы ҡыҙы 18 йəшлек Зəкиəгə өйлəнеп, ата-əсəһе менəн бер ғаилə булып йəшəй башлайҙар. Мəһəҙи Таймаҫ МТС-ында комбайнсы була, аҙаҡ «Мораптал» совхозында шофер булып эшлəй башлай. Ул һөт, бензин машинаһында, Зил самосвалында ла лайыҡлы ялға сыҡҡанға тиклем рулен ташламаны. Ул заманда мул уңыш үҫте, уны хөкүмəткə тапшырыу, төҙөлөш эштəре, юлдарҙы ла ҡарау совхоз өҫтөндə ине. Сөгөлдөр үҫтереп тапшырыу барыһы ла ҡул көсө менəн эшлəнде. Ҡатын-ҡыҙға, бала-сағаға ла эш етерлек булды. Уйнап ҡына үҫмəне ул саҡта балалар. Ата-əсəгə ҙур ярҙамсы булдылар.
Мəһəҙи Əҙеһəмов эшендə алдынғылар рəтендə булды. Ҡайҙа ебəрһəлəр, шунда, көнөн төнгə ялғап, күпме иген, сөгөлдөр тейəп алып китһə, брикет, кирбес, таҡта кеүек нəмəлəр тейəп ҡайта. Ауыл халҡын яғыулыҡ менəн дə тəьмин итте. Машинаһы һəр саҡ төҙөк, бер ваҡытта ла буш йөрөмəне, эшһеҙ ҙə ултырманы. Автобустар юҡ, тəгəрмəсенə сылбыр урап, яҙғы, көҙгө бысраҡтарҙа кабинаһында ла, һөт ташыусы машинаһы өҫтөндə лə кешелəрҙе күп ултыртып йөрөттө. Элекке юл юҡ заманда күпме батып ултырғанды əле лə беҙ онотмайбыҙ.
1957 йылда Мəһəҙи Əбҡəдир улының фиҙаҡəр хеҙмəтен баһалап, Мəскəүгə «ВДНХ» күргəҙмəһенə ебəрəлəр. 1971 йылда «Хеҙмəт Ҡыҙыл байрағы» ордены менəн бүлəклəнə. Ҙур күрһəткестəре өсөн БАССР Юғары Советының Почет грамотаһына, БАССР-ҙың «Йəштəрҙең остазы» дипломына лайыҡ була.
Ғаилəгə ел-ямғыр тейҙермəй, яҡшы ир, 6 балаға ҡайғыртыусы атай булды. Балалары мул, етеш тормошта, олатай-өлəсəй эргəһендə үҫтелəр. Хəлəл ефете Зəкиə Хəбибулла ҡыҙы тырыш, түҙемле, сабыр ҡатын булды. 35 йыл ҡайны-ҡəйнəһе менəн татыу йəшəп, ҡартлыҡтарында уларҙы ҡарап, аҙаҡҡы юлға оҙаттылар.
Ире өйҙə һирəк күренеүе арҡаһында, үҙе ир урынына бесəн сапты, утын ярҙы. Йорт эше бөтөрлөк түгел, балалар ҡарау, ҡайны-ҡəйнəгə ярау, килгəн-киткəн кеше, ҡунаҡ фəлəн дə өҙөлмəй. Һəр береһенең көйөнə тороп, яҡты йөҙ күрһəтеп, зарланмайса йəшəй бирҙе. Совхоз эштəренең төрлөһөн эшлəргə тура килде уға. Иген, көнбағыш, кукуруз баҫыуҙарын ҡул ярҙамында утау, икешəр гектар сөгөлдөр бирəлəр ине. Уны йəй буйы утап, көҙ таҙартып, тейəп ебəрəлəр, əтей үҙебеҙҙекен ҡараңғыла тейəтеп, таң менəн тороп алып китə ине. Сөгөлдөр тапшырыу буйынса план үтəп сыҡҡан өсөн əниебеҙҙе миҙал, Маҡтау ҡағыҙҙары менəн бүлəклəнелəр. Ул хеҙмəт ветераны ла, тыл хеҙмəткəре лə.
Тулы материал 13-сө һанда.