Все новости
Хәтер
16 Февраля 2021, 12:07

Кеше кешегә дошман булмаһын

Сара бөттө, ә тойғолар ғүмергә күңелдә ҡалды һәм бер генә теләк көслө яңғырай: кеше кешегә дошман булмаһын. Журналдарҙа бары тик һәйбәт, күңелле материалдар ғына уҡып йәшәргә яҙһын.

«Телдән уҡый торған журнал». Яңы Мораптал уҡыусылары ошолай тип аталған сара үткәргән. Уҡыу тигәндә, морапталдар шәп, ерле юҡҡа ғына Баязит Бикбай исемен йөрөтмәйҙәр, һәр береһе шағир, һәр береһе сәсән.
Кисәге сара һуғыш темаһына арналаған – мәңгелек тема. Видео, слайдтар ҡарағандар, йырҙар тыңлағандар, һуғыш темаһына беҙҙең халыҡта йырҙар бик күп, хискә ныҡ бирелгән уҡыусылар ҡушылып йырлап та ултырҙы хатта ти,- ауыл китапханасыһы Земфира Дәүләтсурина.
Сара бөттө, ә тойғолар ғүмергә күңелдә ҡалды һәм бер генә теләк көслө яңғырай: кеше кешегә дошман булмаһын. Журналдарҙа бары тик һәйбәт, күңелле материалдар ғына уҡып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: