Хәтер
3 Апреля 2021, 07:28

Мөнирҙе кемдəр белə?

Үкенескə күрə, Мөнир Абдуллин да иҫəн түгел тип ишетеп белəбеҙ. Ғаилəһе Мурманскиҙамы икəн? Ҡатыны, балаларының адрес, телефондарын белгəн кешелəр булһа, хəбəр итһендəр ине. Бəлки уның туғандары, дуҫтары, класташтары хəтирəлəре менəн уртаҡлашыр, фотоларын ебəрер. Был материалдар «Арктика» музейы өсөн баһалап бөткөһөҙ ҡиммəтле мəғлүмəт булыр ине. Шуға район гəзите аша һеҙгə мөрəжəғəт итергə булдым.

Хөрмəтле яҡташтар! Үҙебеҙҙең яҡтан сыҡҡан күренекле шəхестəребеҙ яҙмышына битараф ҡалмайыҡ. Кемдəр Мөнир Абдуллинды белə, зинһар, яҙып ебəрегеҙ. Хаттарығыҙҙы «Юшатыр»ға булһа ла, минең исемгə атап та яҙа алаһығыҙ. Адресым редакцияла бар. Яҡташтарҙың ярҙамына өмөтлəнеп, ихтирам менəн Зөһрə ҠОТЛОГИЛДИНА, Өфө ҡалаһы.
Зөһрә апайҙың Мөнир ағай тураһында яҙғандары гәзиттә сыҡты.
Читайте нас