Хәтер
12 Апреля 2021, 12:40

Аҡҡош булып ҡайтты

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ Илнур Минебай улы Айҙаровтың фани донъянан баҡыйлыҡҡа китеүенә 40 көн булды.

Йәмғиәтебеҙҙең, илебеҙҙең үҫешенә, алға барыуына арымай-талмай хеҙмәт итерҙәй ир-егетебеҙ арабыҙҙан китеп барҙы.
Илнур Минебай улы алдынғы ҡарашлы, яҡшы уй-хыялдар, маҡсатлы пландар менән, алға ынтылып, тырышып уҡып йәшәне. Әүҙем тормош позицияһында булды. Республикабыҙҙа барған ‘’7-егет’’ проектында ҡатнашты. Районыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы Республикабыҙ кимәлендә танытты. Илнур йәшәгән йорттоң артында ғына Көйөргәҙе йылғаһы ярҙарына һыймайынса ағып ята. Илнурға бағышлап Ҡөрьән доғалары уҡыр алдынан, егермеләп ап-аҡ аҡҡош өйөрө килеп төштө, бер аҙҙан кире осоп киттеләр. Күңелгә Илнур хәс тә аҡҡош булып ҡайтып, барығыҙға ла сәләм әйткән кеүек булды. Мәрхүмдең ата-әсәһенә, туғандарына, яҡындарына теләктәшлек белдерәм.
Рәүеф Абдуллин, Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас