Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Апрель 2021, 12:31

Икеләтә һауап

Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел. Йыр алдамаҫ, тормошта оҙағыраҡ йәшәгәндәр быны яҡшы аңлай. Ололар ғына түгел, йәштәр ҙә аңлай - аҡыллы бит улар хәҙер.

Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары Тәбрис Сәйдәлиев ҡәберен тәртипкә килтергән. Яугир яҡташтары Чечня ҡан ҡойошонда башын һалған һалдат. Был эштәре менән мәктәп уҡыусылары икеләтә һауаплы булған ҡәберҙе таҙартыу үҙе үк изге эш, һалдатты онотмау, рухына баш эйеү тағы ла бер һауап, һәм былар барыһы ла изге айҙа башҡарыла.
Читайте нас