Хәтер
6 Мая 2021, 13:19

Ныҡ әрләмәгеҙ

1989 йыл. Әле генә булған һымаҡ, ә күпме ғүмер үткән, күпме нәмә үҙгәргән, хатта ил үҙгәрҙе. Совет власы өсөн, Сталин өсөн тип һуғышҡан инегеҙ, олатайҙар... Күп нәмә үҙгәрҙе, уның өсөн ныҡ әрләмәгеҙ беҙҙе.

Бөгөн генә Көйөргәҙе совхозының ветерандары фотоһын ҡуйҙыҡ. Нәфисә апай Әлиева ебәрҙе, ебәрҙе - ә ниндәй шәп эш башҡарҙы. Тулҡынланыу, ностальгия, хатта күҙгә йәштәр тығылды. Күптәре юҡ инде уларҙың донъя йөҙөндә. Һағындыра.
Аҫтағы фотола "Искра" колхозы ветерандары, 1989 йыл. Әле генә булған һымаҡ, ә күпме ғүмер үткән, күпме нәмә үҙгәргән, хатта ил үҙгәрҙе. Совет власы өсөн, Сталин өсөн тип һуғышҡан инегеҙ, олатайҙар...
Күп нәмә үҙгәрҙе, уның өсөн ныҡ әрләмәгеҙ беҙҙе, бер нимә генә шул көйө ҡалды, һеҙгә булған ихтирам. Рәхмәт һеҙгә, олатайҙар, өләсәйҙәр.
Читайте нас