Был фоторəсем 2007 йылдың мартында төшөрөлгəн. Яҡшымбəт ауылының бер төркөм хөрмəтле ир-аттары, Ҡөрьəн мəжлесенəн һуң беҙҙең өй алдында. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Тимерхан Сынбулатов, Муса Рахманғолов һəм бала-үҫмер саҡтары һуғыш осорона тура килгəн, ҡəҙерлелəрҙəн-ҡəҙерле атай олатайҙарыбыҙ. Рəсемдəге 27 кешенəн, 22-һе бөгөн арабыҙҙа юҡ, улар фани донъянан баҡыйлыҡҡа күстелəр. Рəхмəт һеҙгə, илебеҙ азатлығы өсөн көрəшкəн ветерандар, илебеҙҙе тергеҙгəн хөрмəтле атай-олатай, əсəй-өлəсəйҙəр, тыл хеҙмəтсəндəре. Хəтерлəйбеҙ, һеҙгə арнап изге доғаларыбыҙҙы уҡыныҡ, уҡып торабыҙ һəм уҡыясаҡбыҙ. Беҙ һеҙҙе онотманыҡ һəм ғүмеребеҙҙең һуңғы һулышына тиклем онотмаясаҡбыҙ! Оло рəхмəт һеҙгə, ил ағалары, ил инəлəре!
Рəүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбəт ауылы