Хәтер
15 Мая 2021, 05:37

Йөрəк иланы

“Юшатыр” гəзитенең 27-се апрелендə сыҡҡан 34-се һанындағы фотола Яманғол ҡыҙҙары, беҙ бит ул. Ун бере ҡарап тора, шуларҙың өсəүһе генə иҫəн хəҙерге көндə. Ул балаларға льготалар ғына əҙ, ə һəйкəл ҡуйырға кəрəк. Үлеп бөтөп барабыҙ бит инде. Мəрхүмдəрҙең урындары ожмахта булһын.

“Юшатыр” гəзитенең 27-се апрелендə сыҡҡан 34-се һанындағы фотола Яманғол ҡыҙҙары, беҙ бит ул. Ун бере ҡарап тора, шуларҙың өсəүһе генə иҫəн хəҙерге көндə. Мəмбəтшина Алһыу документ буйынса (Зөлəйхə), Яманғолда аяҡһыҙ ултыра. Уны Клара исемле ҡыҙы ҡарай. Апайым Урманшина Люциə, ҡыш Күмертауҙа, йəй Ковалевкала ҡарттар ҡарап шунда йəшəй. Аяғы менəн йөрөй, Аллаға шөкөр. Өсөнсөһө – мин Яманһарыла йəшəйем Түлəгəнова Зилə, ағинəймен. Ул ҡыҙҙар һуғыш балалары ғына түгел. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыуҙа, ең һыҙғанып эшлəгəн бит улар.
Зилə ТҮЛƏГƏНОВА, хеҙмəт ветераны Яманһары ауылы
Зилә инәйҙең хаты тулы вариантта үткән һанда гәзиттә сыҡты.
Читайте нас