Һаумыһығыҙ, "Юшатырҙар"!
Йыл да ошо май айы етһә, беҙҙең менән булған бер хәл иҫкә төшә. Шуны һеҙгә яҙмаҡсымын. Беҙ Яманғол комсомолдары, район үҙәгенә Ермолаевоға комсомол билеты алыштырырға барырға тейеш инек. Комсорг әйтеп ебәргән, ул ваҡытта ауылда йәштәр, комсомолдар күп инек. Был хәл - 1957-се йыл, колхоз йөк машинаһы һатып алғайны. Машина иртәгә таң менән Ермолаевоға бара тинеләр, беҙ шул машинаға ултырып барырға һөйләштек, бер-беребеҙҙе уятышып таң менән бара торған машинаға сығып ултырҙыҡ. Мин әсәйемдең мамыҡ шәленә уранып алдым, иртүк әле һалҡын, Иҫке Отрадаға барып еткәс, машина ни өсөндөр Ермолаевоға түгел, ә Савельевкаға боролоп китте. Һәм дә ҙур аҡланға барып туҡтаны: ҡараһаҡ ни күрәбеҙ, йәшел самолет "у2" баҫып тора, уны кукурузник та тип йөрөтәләр ине. Кабинала колхоз бригадиры килгән икән, беҙгә әйтмәй генә. Ул сыҡты ла бына - ошо самолетҡа ағыу тейәйһегеҙ тине. "Дуст", "ДДТ" тейҙәр ине...