Әсәйебеҙҙең тағы бер яратҡан шөғөлө булды, ул һеҙгә «Юшатыр» гәзитенә, йыш ҡына үҙенең уй-теләктәрен, маҡтауҙарын яҙып торҙо. Әле былтыр ғына, һеҙгә Таймаҫ ауылының фермеры, Айрат Әлмөхәмәтовты маҡтап яҙып ебәргән дә, шуны таныштар гәзиттә сыҡты тип фотоға төшөрөп ебәргәндәр. Үҙе түшәктә ауырып ята, үҙенә шул мәҡәлләһен уҡып ишеттергәс: «Ә баҫҡандар икән, бик яҡшы, ҡайсан сығыр икән тип көтөп ята инем»,- тип ҡыуанып, ҡат-ҡат уҡытып тыңланы. Үҙе иҫән булһа, бөгөн дә ауылдаштарына булған рәхмәттәрен һеҙгә яҙмай түҙә алмаҫ ине.
Әсәйебеҙ Таймаҫ ауылы халҡын ысын күңелдән яратып, хөрмәт итте. Уның ауыл халҡын, күршеләрен, яҡындарын иҫе китеп һөйләгәнен тыңлап ултырған кешеләр: «Ҡайҙа йәшәй һуң ул шул тиклем яҡшы кешеләр, был донъяла әле лә шулай яҡшы кешеләр бар мы?»,-тип аптырап һорарҙар ине. Әсәйебеҙ үҙе татар булһа ла, ғорурланып: «Минең Таймаҫым, минең яҡындарым, минең башҡорттарым»,- тип яуап бирер ине. Һуңғы һулышына тиклем уларға рәхмәттәр уҡып ятты.