Хәтер
29 Мая 2021, 03:04

55-cе сығарылыш яҙы

1964-сы йылда Абдул ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мəктəбен тамамлағас, 6 уҡыусы Яҡшымбəт урта белем биреү мəктəбенə уҡырға барҙыҡ. Беҙҙе Яҡшымбəт уҡыусылары менəн бергə ҡушып, 9-сы «А» класы яһанылар....Математика дəресен Маннанова Кəфиə апа уҡытты. Ул математика фəнен төплө белгəн уҡытыусы ине. Дəресте белмəһəң əрлəй-əрлəй, илай-илай дəрес бирə торғайны. Нимə эшлəп уҡымайһығыҙ, алдағы көнөгөҙҙə математика кəрəкмəҫ тип, уйлайһығыҙмы тип уҡытты.

1964-сы йылда Абдул ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мəктəбен тамамлағас, 6 уҡыусы Яҡшымбəт урта белем биреү мəктəбенə уҡырға барҙыҡ. Беҙҙе Яҡшымбəт уҡыусылары менəн бергə ҡушып, 9-сы «А» класы яһанылар.
...Беҙҙе төплө белемле уҡытыусылар уҡытты. Ике йыл буйына класс етəксебеҙ Агишев Ришат Сəмиғулла улы булды. Физика фəненəн Бикмаев Риф ағай уҡытты. Риф ағай бик ҡаты, талапсан уҡытыусы ине. Ул класҡа килеп тə керə, журналды ла асмай, бармағы менəн төртөп күрһəтеп, фамилияңды əйтеп, үткəн теманы һөйлəргə ҡуша торғайны. Əгəр ҙə белмəһəң, ултырта ла, тағын да икенсе, өсөнсө, дүртенсе һəм башҡаларҙан һорай ҙа: белгəн кешегə 5-ле билдəһе, ə инде белмəгəнгə 1 билдəһе ҡуя ине. Ə шунан инде, икенсе дəрестə əҙерлəнеп килеп шул 1-ҙе төҙəтə торған инек. Риф ағайҙың бер ваҡытта 4-ле, 3-ле, 2-ле билдəлəрен ҡуйғаны булманы. Белһəң 5, ə белмəһəң 1 билдəлəрен ҡуйыр ине. Риф ағайҙың бер билдəһе лə берəүҙе лə үпкəлəттермəне. Киреһенсə, яҡшыраҡ уҡырға тырыштыҡ. Математика дəресен Маннанова Кəфиə апа уҡытты. Ул математика фəнен төплө белгəн уҡытыусы ине. Дəресте белмəһəң əрлəй-əрлəй, илай-илай дəрес бирə торғайны. Нимə эшлəп уҡымайһығыҙ, алдағы көнөгөҙҙə математика кəрəкмəҫ тип, уйлайһығыҙмы тип уҡытты.
Ришат САБАНЧИН, Күмертау ҡалаһы
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.
Читайте нас