Хәтер
21 Июля 2021, 10:19

Изгелек - мәңгелек

Илнур Айҙаровҡа бөгөн 21 йәш тулған булыр ине. 

Изгелек - мәңгелекИзгелек - мәңгелек
Изгелек - мәңгелек

Осҡор күҙҙәрендә осҡон уйнай,
Етеҙлектә тиңдәр юҡ һымаҡ,
Ул атыла зәңгәр сикһеҙлеккә
Керешенән осҡан уҡ һымаҡ.
Был юлдар, әйтерһең, тик уның, Илнур Айҙаров, өсөн яҙылған. Күҙҙәрендә - осҡон, йөҙөндә йылмайыу уйнап торған егетебеҙгә ошо көндәрҙә 21 йәш тулыр ине. Илнур Минибай улы изге күңелле, шәфҡәтле, йор һүҙле, кешелекле, ярҙамсыл, аҡыллы, көслө рухлы егет ине. Ата- әсәһе, ағаһы, туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп торҙо. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ ине, шуға ла ысын ир- егеттәр өсөн тәғәйенләнгән " Ете егет " проектында ҡатнашырға батырсылыҡ иткәндер. Ул был проекта " Иң шәп умартасы" номинацияһында еңеүсе булды һәм бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Сөнки Башҡортостан, Ырымбур, Татарстан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ уның өсөн тауыш бирҙеләр.
Байтаҡ йылдар үтһә лә, уҡыусымдың йылмайыуы күҙ алдымдан китмәй. Илнур бәләкәйҙән бик шуҡ һәм етеҙ булды. Башланғыс кластарҙа уҡ уның лидерлыҡ һәләттәре асыла башлағайны, шәп ойоштороусы ла ине. Һәр ҡушҡан бурысты еренә еткереп башҡарҙы. Төрлө һөнәрҙәрҙе отоп алырға әҙер генә торҙо. Математика фәнен яратты, спорт менән дуҫ булды. Мәктәптә үткәрелгән төрлө кисәләрҙә әүҙем ҡатнашты.
Мәктәпте тамамлағас, Аграр университетҡа уҡырға инде. Осрашҡан саҡтарыбыҙҙа йылмайып килеп ҡосаҡлап алыр һәм хәлдәремде белешер ине. Ҡәҙерле уҡыусым үҙенең ҡыҫҡа ғүмерендә һанап бөткөһөҙ эштәр башҡарҙы, олоһона ла, кесеһенә лә тик изгелектәр генә эшләне, яҡындарына терәк булды. Шуға күрә лә бик күп кешеләр күңелендә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды.
Баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған егеттең баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер кемдең дә ышанғыһы килмәне. Сөнки Илнурға был донъяла йәшәйһе лә йәшәйһе ине. Ләкин ниндәйҙер яуыз бәндәләр Илнур Минибай улының бихисап изге эштәрен, яҡты хыялдарын тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирмәне.
Киң күңелле, йөҙөнән нур бөркөлөп торған Илнур бик күп күптәрҙең йөрәк түрендә һаҡланасаҡ. Сөнки изгелек- мәңгелек. Ә уҡыусым эшләгән изгелектәрҙе һанап бөткөһөҙ. Яҡшылыҡ бер ваҡытта ла онотолмай. Илнур Айҙаров кеүек кешеләр күберәк булһа, донъялар матурыраҡ та булыр ине. Илнурҙың йәне- йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Гөлдәр Әхмәтова, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Урта Бабалар ауылы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас