

Минең əнейем Ибраһимова Миннур Фəйзулла ҡыҙы буранлы, февраль айында донъяға ауаз һала. Атаһы һуғышҡа киткəндə алты йəшлек бала үҙенең кескəй иңдəренə ниндəй ауырлыҡтар төшəһен белмəгəндер ҙə əле. Унан ике ағаһын һуғышҡа оҙатырға тура килə, шулай ауырлыҡтар күрə-күрə ҙурайып та китə. Ошо ауылда тыуып үҫкəн, ҡара күҙле, ҡара бөҙрə сəсле, əтейем Рауил, оҙон сəсле, һомғол буйлы əнейемə күҙ һала. Өс йыл Кронштадт ҡалаһы менəн Ҡотлоюл ауылы араһын хаттар ғына яҡынайта. Армиянан һуң өйлəнешəлəр.
Тормош юлдары уларҙы Күмертау ҡалаһына алып килə. Əтейем паровозда машинист, əнейем тимер юлда эшсе булып маҡтау грамоталары алып эшлəһəлəр ҙə, тыуған тупраҡ үҙенə тарта. Ауылда өй алып, əнейем һауынсы, əтейем тракторист булып тағы ла дəртлəнеп, тырышып донъя көтөп китəлəр. Гел алдынғылар рəтендə генə йөрөй əнейем. 1967 йылда райондың почет таҡтаһында миҙалын таҡтырып төшөрөп алып китəлəр. Оҙаҡ йылдар тора фотоһы почет таҡтаһында. Аҙаҡ, ул ваҡыттарҙы киммəтле бүлəк самауыр менəн бүлəклəйҙəр. Ə 1974 йылдың мартында Болгарияға юллама менəн бүлəклəнə. Киров колхозынан Люциə тигəн һауынсы һəм Яҡшымбəттəн алдынғы тракторист Түлəков Ришатта була ул төркөмдə...
Һине һағынып ҡыҙың Флүрə МИРАСОВА
Һағыныу хаты тулыһынса гәзиттә баҫылды.