Все новости
Хәтер
12 Сентября 2021, 09:27

Кескәй йөрәктәрҙе үҫтереүсе

Хәтирәләрем мине йыш ҡына мәктәп йылдарына алып ҡайта. Осраҡ килеп тыуған һайын, бала сағымдың, йәшлегемдең тылсымлы «утрауы» - Күмертау ҡалаһының 1-се һанлы интернат-мәктәбенә барып сығырға тырышам. Тыуған мәктәбемдең һәр мөйөшөн яратып йөрөп сығам, иң тәүҙә мәктәбемде тыштан уратып йөрөп сығам, һуңынан белем тауына үрләгәндә, тәүге аҙымдарымды яһарға ярҙам иткән дәрестәр үткән бүлмәләрҙе ҡарап сығам, унан һуң ятағым бүлмәләренә инәм, тап ошо бүләмәләрҙә, беҙ, Башҡортостаныбыҙҙың көнъяғынан йыйылған балалар, төрлө хыялдар, киләсәккә пландар төҙөп, аралашып йәшәнек.

Кескәй йөрәктәрҙе үҫтереүсе
Кескәй йөрәктәрҙе үҫтереүсе

Мәктәбебеҙҙең барлыҡ юғары талантлы уҡытыусылары араһында, айырым урын алып тороусы Рәсәйҙең мәғәриф отличнигы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, компетентлы, интеллигентлы, үҙ коллективының йәме – Мөнирә Шәйәхмәт ҡыҙы Исмәғилова ине. Һүҙ оҫтаһының әҙәбиәт дәрестәре, ябай дәрес кенә булманы, улар гел шатлыҡ, белем, тикшеренеүҙәр, яңы асыштар менән тулы булды. Был дәрестәрҙә уҡыусылар яҙыусыларҙың биографияһын һөйләп, текст ятлап, һорауҙарға яуаптар әҙерләп, әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеп кенә ҡалманы. Улар һәр кешене тулҡынландырған: мөхәббәт һәм хыянат, дуҫлыҡ һәм икейөҙлөлөк, быуындар күсәгилешлеге, үҙ юлыңды дөрөҫ һайлау, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәше, намыҫ, выждан, бурыс кеүек кешелектең мәңгелек һорауҙарына яуаптар эҙләне. Был дәрестәрҙә һәр уҡыусы ниндәйҙер мәсьәләгә ҡағылышлы үҙ ҡарашын, уйҙарын әйтеп һала ала ине. Мөнирә Шәйәхмәт ҡыҙы уҡыусыларын тирә-яҡ мөхит менән тигеҙлектә йәшәргә, ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәй, уларҙан дөрөҫ сыға белергә, үҙ гражданлыҡ позицияһына эйә булырға, оло тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Уҡыусылары өсөн ул идеаль булды, шуға күрәлер ҙә күп уҡыусылары, Мөнирә Шәйәхмәт ҡыҙын өлгө итеп, уның юлын һайлап, юғары специалист булып, уҡытыусыларының юлын киң илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә уңышлы дауам итәләр.
Берҙәм, татыу коллективының етәксеһе, белеме буйынса талантлы тарих уҡытыусыһы, яуаплы хужа, күп йылдар мәктәп-интернаттың директоры булып эшләгән – Рәвил Фәхрутдин улы Исмәғиловты ла билдәләп үтмәй булмай. Ул ҡаланың мәғәриф өлкәһендә эшләүселәр араһында ҙур авторитетҡа эйә булды. 

Рафиҡ Әминов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Рафиҡ ағайҙың хәтирәһе тулы килеш гәзиттә сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: