Все новости
Хәтер
17 Сентября 2021, 17:47

Һуңғы туйың, әнием...

Әнейҙәр беҙгә яҡты донъя бүләк итеп, тәүге һүҙҙәрҙе өйрәтеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ғаиләм, балаларым, күршеләрем тип, янып-көйөп йәшәгән, ҡәҙерле булған яҡын кешебеҙ, әниебеҙ 15 вгуст көнө беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып яҡты донъяларҙан китеп барҙы.Әнейебеҙ Сания Ғиниәт ҡыҙы Ғәлиева изге күңелле, яҡты йөҙлө, йомшаҡ һүҙле булды. Ҡәҙерлебеҙ бер ваҡытта ла беҙгә, балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәренә лә тауышын күтәрмәне, исемебеҙ менән дә өндәшмәне. Барыбыҙға ла «балам», «алтынушкаларым», ә ейән-ейәнсәрҙәренә «алтын бөртөктәрем» тип әйтә ине. Бер уйлаһаң, был һүҙҙәрҙә күпме мәғәнә бар?

Һуңғы туйың, әнием...
Һуңғы туйың, әнием...

94 йәшендә аяҡ баҫҡанда ла, әнейебеҙҙең ҡулынан гәзит-китап төшмәне. Китапханасы Ғәлимә Исхаҡова әйтеүенсә:«Йәш быуынға, урта йәштәгеләргә, бәлки, сәйер тойолалыр, ләкин был дөрөҫ, өлгө булһын».
«Белемде бишектән алып, ләхеткә тиклем өйрән», тигән хәҙискә тоғро ине әнейем. Үҙенең белгәндәре, ишеткәндәре, уҡығандары менән уртаҡлашты. Күңел талабы – изгелек өлгәшеү ине.
Һуңғы юлға оҙатҡанда Рауза апа Абдулова: «Был яҡшы ғәҙәткә Сания апай күрше-тирәләрен дә әйҙәне, әҙәби китаптарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Мәҫәлән, Зифа Ҡадырованың «Бәхеткә юл ҡайдан?», «Яҙмыш һынауы», «Яраларың менән яратырмын» һәм башҡалар. Сания апай кеүектәрҙе, барлыҡ кешегә үрнәк итеп, тарих битенә ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйыр инем»,-тип һүҙен тамамланы.
Әнейебеҙ, күрше-тирәләренә сөпрә ҡайнатты, ғөмүмән ҡул ҡаушырып ултырманы. «Һәр бер эштең башы икмәк бит», – ти ине. Бер ҡайсан да, кеше ярҙам һорап килһә, юҡ, тип әйтә белмәне. Пенсия тарата торған көндә, күрше-тирә әбейҙәр беҙгә кереп, сәйҙәр эсеп, һөйләшеп ултыралар ине. Тирә яҡҡа йәм өләшеп йәшәне. Кешелекле булған өсөн, һүҙе һайын «рәхмәт яуғыры» тигән өсөн, һәр кемгә «аҡ юл» теләп ҡалған өсөн, һөйөклө әнейебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға ауыл халҡы урғылып килде.
Һабантуйҙай халыҡ килде,
Һинең һуңғы туйың был.
Тыныс ҡына ят һин, һис рәнйемә,
Ожмах ҡошы ғына бул!
Һөйөклө әнейебеҙ бик моңло ине. Байрам табындарында уның «Янғантау баҫҡыстары» йырын тын да алмай тыңлай инек.
… Әллә ниҙәр бирер инем,
Һине бер күрер өсөн…
Эйе, хәҙер был йырҙың һүҙҙәре ҡолаҡтарыбыҙҙа оҙаҡ йылдар сыңлап торор инде.
1953 йылда әтейем Фаткрахман менән өйләнешеп, 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип, беҙҙең өсөн өҙгөләнеп йәшәйҙәр улар. Һалҡын ҡыш көндәрендә шофер булып эшләгән әтейебеҙҙең юлдан ҡайтып кергәнен көтөп, балалар тәрән йоҡоға сумғас, әнейем бәйләмгә ултырған. Берешәрҙән булһа ла, 5 пар ойоҡбаш кәрәк бит! Ғүмере буйы әнейебеҙ «Киров» колхозында эшләне.
… Ферма юлы. Күпме алһыу таңдарҙы, айлы кистәрҙе ошо юлда ҡаршылаған ул. Лайыҡлы ялға сыҡҡанына тиклем колхоз яландарында йәйге селләлә сөгөлдөр үҫтергән. Тырыш хеҙмәте, эшләгән эшенең нәтижәһе Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға алтын туй ҡапҡаһын икәүләп асырға насип булмай. Оҙаҡ ауырығандан һуң, әтейебеҙ мәңгелеккә беҙҙе ташлап китте.
Ә шулай ҙа бер ҡанаты һынған әнейебеҙ ебеп төшмәне, бирешмәне, сөнки беҙ, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, әнейебеҙҙең янында булдыҡ. Оло кешенең тормош тәжрибәһе ҙур һәм бай. Уларҙың бит тәрбиә биреүҙә лә ҡараштары икенсе. Әнейебеҙҙең өгөт-нәсихәте, ярҙамы, кәңәштәре беҙҙең балаларыбыҙға ла йоғонто яһауына ҡыуанабыҙ.
Ҡайғы ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, тибеҙ. Ул ҙур ҡайғы беҙҙең дә йортобоҙҙоң ишеген шаҡыны.
Һуңғы туйың, һуңғы оҙатыуҙар,
Нисек ауыр, ярҙам бир Хоҙай.
Быларҙан да ауыр ҡайғы,
Донъяла юҡтыр буғай.
Беҙ олатай, өләсәй булһаҡ та, ошо көнгә тиклем «Әней», тип өндәшеү бәхетенә ирештек. Серҙәшебеҙ ҙә, кәңәшсебеҙ ҙә, әхирәтебеҙ ҙә инең бит һин, әней, беҙҙең өсөн.
Һөйөклө әнейебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән туғандарыбыҙға, күрше-тирәләребеҙгә, Мораптал ауылы халҡына оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Күңел китек, йөрәк һыҡрап тора,
Моңһоу үтә атҡан һәр бер көн.
Хәйер биреп аҙна, йома көндө,
Иҫкә алырбыҙ беҙ һине гел.

Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәнәттә, урыны ожмахта, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел булһын. 

Мәрхүмәнең ҡыҙы Зөлфирә Булгакова (Ғәлиева). 

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: