Все новости
Хәтер
26 Октября 2021, 15:22

Ағайым тураһында

Айрат ағайым тыуған яҡты ныҡ яратты. Һуңғы ҡайтҡанында, күңеле һиҙгәндер, күрәһең, бәхилләшкән кеүек, яландарҙы байҡап йөрөп сыҡты.

Ағайым тураһында
Ағайым тураһында

Айрат ағайым минән ете йәшкә өлкән. Ул бала саҡтан уҡ шул тиклем күп яҡлы талантлы ине. Физиканан да, математиканан да бик көслө булды. Гуманитар фәндәрҙе лә һыу һымаҡ эсте: тарихты, географияны, астрономияны, донъя әҙәбиәтен биш бармағы кеүек яҡшы белде.
Әгәр ҙә музыка буйынса китмәгән булһа, ул, моғайын, бик яҡшы рәссам йәки скульптор ҙа була алыр ине. 6-сы класта уҡығанда ҙур туҡымаға акварель буяу менән бик матур пейзаж төшөрөп, стенаға элеп ҡуйғаны хәтеремдә. Ул шул тиклем матур килеп сыҡты, ысын тәбиғәт һымаҡ нур бөркөп тора ине. Шул уҡ 6-сы кластарҙа уҡығанда үҙе радио яһағаны ла иҫкә төшә. Ағастан оҫта итеп төрлө һындар юнып эшләй ине. Айрат ағайым 6-сы класта уҡығанда үҙаллы гармунда уйнарға өйрәнде. Ябай ғына ауыл балаһында ҡыҙыҡһыныу көслө булғандыр инде: 7-се кластарҙа уҡығанда сольфеджио китабын үҙалдына уҡып, ноталар яҙырға өйрәнгәне хәтеремдә.

Роза ҠОБАҒОШОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Фотолар ғаилә архивынан.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: