Все новости
Хәтер
28 Октября 2021, 16:58

Хупларҙайҙы ғына

Хәсәнов Римгә Иҫке Морапталда ғына түгел, район үҙәгендә һәйкәл ҡуйһаҡ та артыҡ булмаҫ. Ауыл мәктәбен ана ҡалайтып ҡуйҙы - ҡарап туйғыһыҙ. Бөтөн ауыл малайҙарын хуплап бөтә алмай -  кем үҫтергән бындай егетте?

Хупларҙайҙы ғына
Хупларҙайҙы ғына

Бөгөн редакцияға ағаһы Камил Хәсәнов килеп керҙе. Бер -беребеҙҙе күптән белһәк тә, әллә ҡасан күрешмәгәндәй килеп сыҡты осрашыу. Уны 1990 йылдар башынан бирле беләм икән - бына донъя, 15 йәшлек сағымда Камил ағай, Зилә апай, Рим үҙе аунап үҫкән йортта булырға яҙған. Шулар тураһында аҙыраҡ хәтергә алдыҡ. Янда класташы Зиннур Вәлитов та бар, бәләкәйҙән бергәләр, алтылағы - алтмышта тиҙәр, сәстәре салланып бөтһә лә, ҡылыҡтары менән, һаман шул уҡ малайҙар.
Күп класташтарыбыҙ теге яҡҡа китеп бөттө - бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты, ҡалайтаһың, барыбыҙға ла ҡасандыр шунда китергә, тик бик ашыҡҡы килмәй. Яҡшы эштәрҙе күберәк эшләп өлгөргө килә. 
Зилә апай ҙа китеп барған - йәне ожмахҡа ҡарай осҡан. Теге саҡ, мәктәпте асҡанда, бергәләшеп фотоға төшкән булған инек, кем уйлаған, саҡ ҡына ваҡыт үтер һәм апайыбыҙҙы бүтән күрергә яҙмаҫ тип. 

Камил ағайҙың төп маҡсаты - әсәһе тураһында мәҡәлә яҙҙырыу. Тиҙҙән 40-ҡы була.
Мәрхүмәне йылы итеп иҫкә алдыҡ.
- Салонда коньяк бар, - Камил ағай торорға ынтылды. Ниәтте кире ҡаҡтыҡ, Зилә апай был эште хупламаҫ ине. Ул маҡтарлыҡ эштәр ҙә күп башҡарылған (ейәне Римде генә алығыҙ), алда ла шулай булһын.
Зилә Хәсәнова тураһында материал 9 ноябрҙә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: