Все новости
Хәтер
2 Ноября 2021, 17:15

Уның исеме - халҡы йөрәгендә

Бәләкәй Мусаның бәләкәй клубы тиһәң дә, бында ул да юҡ ине. Хәҙер бар, өр яңы клуб. Дөрөҫ, мебель тигәне ҡот осҡос, күпте күргән, күпте кисергән мебель. Ултырғанда ҡыйшайһа, сыйылдаһа ла, башҡаһы булмағас, былары ярап ҡала, тейешле хәжәтте үтәй

Уның исеме - халҡы йөрәгендә
Уның исеме - халҡы йөрәгендә

Бер ултырғыс арҡырыһы-буйына яҙғыланып бөткән, иң эре итеп Юлай тип яҙылғас, әллә былар исемләп, тамғалап ҡына кеше саҡыра, тәғәйен урынға ултыртамы тиһәк.... Яҙыуҙар боронғо икән.  Потеряшка Гүзәл тип кемдер сыйған, юғалырға яратҡан Гүзәлдең исемен мәңгеләштергән. МММ в наших сердцах - Мавроди үҙе үлһә лә, исеме йәшәй икән.

Ирек Кәримов. Ауылдың бик шәп старостаһы ине. Башлыса уның арҡаһында булды был клуб (клубтан тыш әллә күпме яҡшы эштәре ҡалды). Уның исемен береһе лә ултырғысҡа сыймаған. Нимәгә ул? Ирек тигән исем халҡы йөрәгенә яҙылған.   

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: