Все новости
Хәтер
9 Ноября 2021, 14:52

Беҙ һине юҡһынабыҙ...

Ошо көндәрҙә, Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән һөйөклө ҡыҙым Раушания Рәфҡәт ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАның беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 52 көн тулды.

Беҙ һине юҡһынабыҙ...
Беҙ һине юҡһынабыҙ...

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып матди һәм рухи ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға, бергә уҡыған һәм эшләгән курсташтарына, класташтарына, иптәш ҡыҙҙарына, күршеләребеҙгә, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Ҡыҙым изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ, кешеләрҙе ихлас ихтирам иткән, алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, беҙгә терәк-таяныс булды.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Һөйөклөбөҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмәнең әсәһе Фәүзиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: