Все новости
Хәтер
14 Ноября 2021, 12:12

Тормошҡа ғашиҡ инеләр

Ошо көндәрҙә, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зилә Минияр ҡыҙы ХӘСӘНОВАның беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тулды.

Тормошҡа ғашиҡ инеләр
Тормошҡа ғашиҡ инеләр

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Ҡәҙерлеләребеҙ изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй беҙгә терәк-таяныс булды. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне ул.
Шулай уҡ атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рауил Мифтах улы ХӘСӘНОВтың да яҡты донъяларҙан китеүенә 20 йыл тулды. Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ, кешеләрҙе ихлас ихтирам иткән, алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешеләребеҙҙең изге рухтарын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һеҙҙе юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһығыҙ. Яҡындарыбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәттә булһын.
Мәрхүмдәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: