Все новости
Хәтер
20 Ноября 2021, 11:39

Һис ышанғы килмәй

Ялсыҡай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, Лилиә Нәғим ҡыҙы Мәзитова, минең бер туған апайымдың ҡыҙы ине. Уның үлем хәбәрен ишетеү минең өсөн аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек булды. 

Һис ышанғы килмәй
Һис ышанғы килмәй

Көҙ айы, көн дә болотло, ямғыр, әйтерһең тәбиғәт тә Лилиәне юҡһынып илай миңә:
"Баҫылмай ҙа йөрәк, эй баҫылмай,
Асылмай ҙа күңелем, асылмай.
Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт,
Күҙ йәштәрем тынмай, тамсылай"- тигән йыр һүҙҙәре иҫкә төшөп, илай-илай йырлайым. Үлеменә һис ышанғы килмәй. "Апай",-тип балҡып килеп керер кеүек әле лә.
Лилиә Салауат ҡалаһының педучилищеһының урыҫ теле факультетын тамамлап, үҙебеҙҙең райондың Марьевка ауылында хеҙмәт юлын башланы. 2 йыл самаһы уҡытҡас, Таймаҫ мәктәбендә 1-се башлап 6 йәшлектәрҙе уҡытыу уға тапшырылды. Шул 4 йыл эсендә бергә татыу йәшәнек. Мин уны үҙ балам кеүек яҡын күрҙем. Үҙем уҡытыусы булараҡ, белгәнемде уға өйрәтә барҙым. Ул тырыш һәм егәрле булды, һәр эшен намыҫ менән башҡарҙы.
Ялсыҡайға килен булып төшкәс, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, уҡытыусы юлын дауам итте. Сентябрь айында 40 йыл стажы булараҡ "Хеҙмәт ветераны" исеменә лә лайыҡ булғайны. Тик уйламағанда Лилиәбеҙ беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Ул олоһона, кесеһенә лә асыҡ йөҙлө булды. Һәр ваҡыт - Ҡояш кеүек балҡып йөрөнө. Ярҙамсыл, аңлаусан, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба ине. Дуҫ-иштәре лә күп булды.
Лилиә балалары өсөн өҙөлөп торған, хәстәрлекле әсәй ҙә ине. Ул өс балаһына ла кәрәкле белем биреп, башлы-күҙле итеп, өсөһөнә лә ҙур туйҙар яһап, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Ике улының да икешәр балаһы бар. Ҡыҙы ла кейәүҙә. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған өләсәй ҙә булды ул.
Лилиә тормошто ныҡ яратты. Ялан ҡыҙырып еләк-емеш тирҙе, гөрләтеп донъя көттө. Уны ай күрҙе, ҡояш алды кеүек, күрәһең, теге донъяға ла яҡшы кешеләр күберәк кәрәктер.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа, ерләүҙә ҡатнашҡан бөтә Ялсыҡай ауылы, Федоровка районы Юлдаш ауылы халҡына тәрән ихтирам менән ошо гәзит аша оло рәхмәтемде еткерәм.
Бәхил бул ҡәҙерлебеҙ, тыныс йоҡла, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ауыр тупрағың еңел булһын. Йәнең йәннәттәлер инде, һин уға лайыҡлыһың...
Сафия АБДУЛЛИНА, Таймаҫ ауылы

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: