Все новости
Хәтер
20 Ноября 2021, 11:55

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ Таймаҫ ауылы Кисә ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лиза Зөлфәҡәр ҡыҙы ИШМОРАТОВАның беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тулды.

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Һөйөклөбөҙ изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй барыбыҙға ла терәк-таяныс булды.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең тормош иптәше Абдрахман, балалары, туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм һылыуы Гөлзирә.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: