Все новости
Хәтер
23 Ноября 2021, 16:25

Ауылыбыҙҙың аҡ инәйе ине

Ошо көндәрҙә, Абдул ауылында йәшәгән ғәзиз кешебеҙ, әнейебеҙ, әбейебеҙ Рәйсә Ғизитдин ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВА, барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тулды. 

Ауылыбыҙҙың аҡ инәйе ине
Ауылыбыҙҙың аҡ инәйе ине

Әнейебеҙ иманлы, изге күңелле, ауылыбыҙҙың аҡ инәйе, динле, көслө рухлы ине, уны белгәндәрҙең оло ихтирамын яулаған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ булды.
Ҡайғы хәсрәттәребеҙҙең, көйөнөсебеҙҙең, һағышыбыҙҙың иге-сиге юҡ. Бөтә кисергән хис-тойғоларыбыҙҙы аҡ ҡағыҙ битенә яҙып бөтөрлек түгел шул... Әнейебеҙҙең тыныс ятыуын, риза булыуын теләйбеҙ. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Нишләр инек беҙ?
Бөр көн килеп әгәр әйтһәләр.
Аҙға гына, теге донъянан
Әнейемде ҡайтҡан тиһәләр.
Әгәр әней ҡайтҡан тиһәләр,
Ырғыр инем башта күктәргә.
Ҡысҡырыр инем күкте ярып,
Ишетелһен өсөн күптәргә.
Аңлайым, был һүҙҙәрҙе кемдер,
Һынар өсөн генә әйткәнен.
Беләм инде ғәзиз әнейемдең
Ҡайта алмаҫ ергә киткәнен.
Мәрхүмәнең балалары.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: