Все новости
Хәтер
23 Ноября 2021, 15:55

Матурлыҡты күрә белде

Бөгөн, Үрге Бабалар ауылында йәшәгән ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Ишбулды Хәйепҡолой улыМӨХӘМӘТЙӘНОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 7 көн тулды. 

Матурлыҡты күрә белде
Матурлыҡты күрә белде

Ҡәҙерлебеҙ, тормошто ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Ул, тормош иптәшенә һөйөклө ир, балаларына изге әтей, ә ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан, оло йөрәкле олатай, кешеләргә яҡты йөҙлө ине. Бик тырыш булды, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул һынатмай, бөтә эште еренә еткереп, намыҫ менән үтәне. Ишбулды Хәйепҡол улының тырыш хеҙмәте "Атҡаҙанған механизатор", "Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеме, "Ҡыҙыл Байраҡ" ордены һәм башҡа бик күп миҙал, ордендар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһаланған. Ул - районыбыҙҙың почетлы гражданины, шулай уҡ 1988 йылда уҙған, 4-се бөтә союз колхозсылар съезы ҡатнашыусыһы ла ине.
Ғүмер юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ, яҡыныбыҙ, һәр саҡ асыҡ йөҙлө, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле, түҙемле, нескә күңелле кеше булды.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Уны белеүселәр, ҡәҙерле кешебеҙҙе тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың, беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәрһең.
Мәрхүмдең тормош иптәше Роза, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: