Все новости
Хәтер
25 Ноября 2021, 10:40

Мәңге рәхмәтлебеҙ.

Бөгөн Аҡһары ауылында йәшәгән ғәзиз кешебеҙ, ҡәҙерле әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, хеҙмәт ветераны һәм тыл хеҙмәткәре Һылыубикә Хәмиҙулла ҡыҙы ҠОТЛОӘХМӘТОВА-ның, барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан китеүенә 40 көн тулды.

Мәңге рәхмәтлебеҙ.
Мәңге рәхмәтлебеҙ.

Әнәйебеҙ аҡыллы, иманлы, изге күңелле, ауылыбыҙҙа оло ихтирамға лайыҡлы, ауырлыҡтарға бирешмәгән көслө рухлы ҡатын- ҡыҙ булды. 45 йәшендә (1972 йыл) атайыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатып, өс улы менән тороп ҡала, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бик күп көс һалды, уларға белем алырға, ғаилә ҡорорға ярҙам итте. Шуға ла беҙ яратҡан әнәйебеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ.

Әнәйебеҙҙең тыныс ятыуын, риза булыуын теләйбеҙ. Уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, ул беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ.
Мәрхүмәнең балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: