Все новости
Хәтер
28 Ноября 2021, 10:45

Атайыма бағышлап

Альбина Бикмаева, Өфө ҡалаһы: "Әсәй" тиеп асылһа ла телем, атай ҙа бит бик-бик ҡәҙерле.

Атайыма бағышлап
Атайыма бағышлап
Әтием Бикмаев Юнир Сәлихйән улы, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, 3 октябрҙә баҡыйлыҡҡа күсте. Мин, үҙемдең күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәр менән, ошо шиғырымды яҙҙым.

Көн артынан көндәр үтеп тора,
Көҙ алмашты һалкын ҡыш менан.
Тик күңелем генә әрней һаман,
Әйтелмәйсә ҡалған һүҙ менән.

Күңел һиҙҙе, йөрәк шашып типте,
Ашҡынды ул Һинең яныңа,
"Әтей шапме! Хәлдәр нисек? тиеп...
Ҡайтты ҡыҙын Атай янына....

Рәхмәтлемен, Хоҙай, барыһы өсөн,
Сәфәр биргән өсөн шул мәлдә,
Ҡайтып күргән өсөн, һуңламайса,
Атайымдың иҫән мәлендә.

"Әсәй" тиеп асылһа ла телем,
Атай ҙа бит бик - бик ҡәҙерле.
Бер ҡанатым һынған кеүек булды,
Көс бир, Хоҙай, һаҡла йәнемде.

Бер кем дә бит мәңгелеккә килмәй,
Ҡәҙерләйек иҫән булғанда,
Атай-әсәйҙәрҙе, туғандарҙы
Көтөп торған, иҫән сағында.....
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: