Все новости
Хәтер
2 Декабря 2021, 16:08

Доғаларыбыҙ барып етһен

Илкәнәй ауылыБөгөн ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Наил Насретдин улы БУРАНҒОЛОВтың беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа күсеүенә 9 йыл. 

Доғаларыбыҙ барып етһен
Доғаларыбыҙ барып етһен

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, шаян, ярҙамсыл кеше булды. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙрлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: